

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Асылыкүл тураһында яҙҙы.
“Бөгөн оператив кәңәшмәлә республика Башлығы Радий Фәрит улы Асылыкүлдең һайығыуына бәйле экологик хәлде шәхси контролгә алырға ҡушҡайны. Һуңғы йылдарҙа был проблема граждандарыбыҙҙы бик борсой. Киләһе аҙнала Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы вәкилдәре, башҡа яуаплы кешеләр менән урынға барып кәңәшмә үткәрербеҙ”, – тип яҙҙы Премьер-министр.
Фото: vk.com/agnazarov
Сығанаҡ: vk.com/agnazarov