Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
25 Июль , 21:30

Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә хәл нисек?

"Миңә бик күп яҙалар һәм Асылыкүлдең һайығыуы сәбәпле ныҡ борсолоу белдерәләр..."

Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә хәл нисек?
Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә хәл нисек?

Бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрен үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде.

Төбәктең тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов билдәләүенсә, махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре республика территорияһының ете процентын тиерлек – бер миллион гектар самаһын ерҙе биләй. Һаҡланған 216 биләмә иҫәбендә – “Шүлгәнташ”, “Көньяҡ Урал”, “Башҡортостан” дәүләт тәбиғәт ҡурсаулыҡтары, “Башҡортостан” милли паркы, Өфө ботаника баҡсаһы, “Асылыкүл”, “Ҡандракүл”, “Мораҙым тарлауығы”, “Ирәмәл”, “Еҙем” тәбиғәт парктары, шулай уҡ 27 дәүләт тәбиғәт заказнигы һәм 179 тәбиғәт ҡомартҡыһы.

Өҫтәмә рәүештә Өфөлә республика әһәмиәтендәге “Тәбиғәт утрауы” заказнигын һәм Ҡырмыҫҡалы районында урындағы әһәмиәттәге “Толпаҡ күле” тәбиғәт ҡомартҡыһын асалар. Киләсәктә республиканың махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре төбәк әһәмиәтендәге берҙәм оператор – “Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы” дәүләт бюджет учреждениеһы ҡарамағына күсә.

Оператив кәңәшмәлә Радий Хәбиров Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына “Асылыкүл” тәбиғәт паркының торошон анализларға, ә республика Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаровҡа хәлде шәхси контролгә алырға ҡушты.

– Миңә бик күп яҙалар һәм Асылыкүлдең һайығыуы сәбәпле ныҡ борсолоу белдерәләр. Мәсьәләнең айышына төшөнөргә һәм нимә эшләргә кәрәклеген хәл итергә кәрәк, – тине Радий Хәбиров.

Фото: glavarb.ru/rus

Сығанаҡ: glavarb.ru/rus

Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас в