Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Июль , 22:30

Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды

Башҡортостанда беренсе тапҡыр “Берҡаҙан” экологик ирекмәндәр лагеры ойошторолған.

Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды
Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды

“Асылыкүл” тәбиғәт паркында беренсе тапҡыр “Берҡаҙан” ирекмәндәр экологик лагеры эш башлаған. Башҡортостандан һәм күрше өлкәләрҙән килгән ирекмәндәр ҡурсаулыҡ биләмәһенә уны төҙөкләндерергә килгән. Лагерь 30 июлгә тиклем эшләйәсәк.

Бында “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәте экологтары, әүҙемселәре, төрлө ҡалаларҙан ирекмәндәр йыйылған. Дәүләкән, Күмертау, Өфө һәм хатта Ижау ҡалаһынан да килгәндәр. Ирекмәндәр араһында Өфө дәүләт нефть техник университетының нефть химияһы һәм химик технологиялар кафедраһы доценты Светлана Леонтьева етәкселегендә ирекмән студенттар төркөмө лә бар.

– Был лагерь битараф булмаған кешеләрҙең теләгенә ярашлы булдырылды. Ғәмәлдәге эштәргә саҡырыуҙың яуапһыҙ ҡалмауы ҡыуандыра. Бер аҙнала ирекмәндәр күл эргәһендәге шишмәләрҙе таҙартырға йыйына, ә беҙ өлгөләр алдыҡ, шишмәнең химик составын лаборатор тикшереүҙе башлайбыҙ һәм шишмәләр реестрын төҙөйбөҙ, – ти Светлана Леонтьева.

Ирекмән Радий Әминев әйтеүенсә, ул Күмертауҙан тәбиғәткә файҙа килтереү өсөн килгән.

Беренсе көндә үк ирекмәндәр Шарлама шарлауығынан алып киләһе шишмәгә тиклем, Яңы Тормош ауылынан “Тәбиғәт дуҫы” балалар лагеры сигенә ҡәҙәр, Ҡупаяр ауылы яғынан пляжды тәртипкә килтергән. Улар ҡалдыҡтарҙы йыйып, сорттарға бүлгән, ағастарҙы таҫмаларҙан таҙартҡан, Асылыкүлде тулыландырған ер аҫты сығанаҡтарының һәм күлдең өлгөләрен алған. Асылыкүл сығанаҡтарын таҙартыу һәм төҙөкләндереү, ултырғыстар, кәртә урынлаштырыу ҡаралған. Бынан тыш, ирекмәндәр туристарға ҡурсаулыҡ биләмәһе һәм уның биологик төрлөлөгөн, үҫемлектәр, хайуандар донъяһы төрлөлөгөн һаҡлау мөһимлеге тураһында һөйләй.

Ойоштороусы, “Йәшел Башҡортостан” хәрәкәте рәйесе Максим Некрасов һүҙҙәренсә, Асылыкүлдәге мәсьәләләр тураһында күп һөйләйҙәр, әммә һөҙөмтәгә өлгәшеү өсөн ғәмәлдәге эштәр талап ителә. Шуның өсөн “Берҡаҙан-2022” проекты барлыҡҡа килгән. Тәҡдимдең ирекмәндәр, эшҡыуарҙар, власть органдары тарафынан яҡлау табыуы ҡыуандыра.

Фото: "Башинформ". 

Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды
Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды
Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды
Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды
Асылыкүлде ҡотҡарыу буйынса эш башланды
Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас в