Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Июль , 13:00

Һулар һауа, эсәр һыу таҙа булһын өсөн

“Таҙа ил” федераль проекты экологияны яҡшыртыу маҡсатында эшләй.

Һулар һауа, эсәр һыу таҙа булһын өсөн
Һулар һауа, эсәр һыу таҙа булһын өсөн

Башҡортостандың Рәсәй Федерацияһындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле, республика Хөкүмәте Премьер–министры урынбаҫары Сергей Греков ил Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Виктория Абрамченко етәкселегендә ВКС режимында уҙғарылған кәңәшмәлә ҡатнашты.

Ундағы төп мәсьәлә “Экология” милли проектының “Таҙа ил” федераль проектына ярашлы ҡала ситтәрендәге рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙе бөтөрөү ине.

Башҡортостан биләмәһендә был федераль проект Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай, Стәрлетамаҡ ҡалалары сигендә урынлашҡан алты ҡыйлыҡты бөтөрөү сараларын тормошҡа ашырыуҙы күҙаллай. Шулай уҡ 2021 йылдың авгусында “Таҙа ил” федераль проектының рөхсәт ителмәгән сүплектәрҙең резерв исемлегенә индерелгән Күмертау, Сибай, Мәләүез ҡалаларындағы ошондай өс сүплек тә иғтибар үҙәгендә.

Бөгөн һәр объектҡа ҡыйлыҡтарҙы рекультивациялау буйынса проект-смета документтары эшләнгән, дәүләт экология экспертизаһы үткәрелгән, быны Рәсәйҙең Тәбиғәтте күҙәтеү хеҙмәте башҡара.

- “Экология” милли проекты сиктәрендә республиканың “Таҙа ил” кеүек ошондай күләмле сарала ҡатнашыуы күптәнге экология проблемаларын хәл итеү мөмкинлеген бирә. Ҡаты ҡалдыҡтар менән мөрәжәғәт итеү буйынса комплекслы система, шулай уҡ күмеү тыйылған производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтарын икенсегә эшкәртеү өсөн шарттар булдырыласаҡ, - тине Сергей Греков.

“Экология” милли проектына ингән “Таҙа ил” федераль проектының төп маҡсаттары - производство һәм ҡулланыу ҡалдыҡтары менән һөҙөмтәле эш, бында ҡала сиктәрендәге рөхсәтһеҙ сүплектәрҙе бөтөрөү ҙә инә, ҙур сәнәғәт үҙәктәрендә атмосфера һауаһының бысраныу кимәлен ныҡлы кәметеү, халыҡ өсөн эсәр һыу сифатын күтәреү һәм башҡалар.

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты. 

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в