Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Экология
3 Август , 21:30

Кемдең бисәһен айыу ашаған?

Бөгөн төркөмөбөҙҙә бесән мәленә бәйле ҡыҙыҡлы хәлдәр менән уртаҡлашыуҙы һорағайныҡ. Социаль селтәрҙә әүҙем яҙышҡан дуҫыбыҙ Гөлдәр Кәлимуллина бындай ниндәй мауыҡтырғыс яҙма ебәрҙе. 

Кемдең бисәһен айыу ашаған?
Кемдең бисәһен айыу ашаған?
Бҽҙҙҽң утар Урал тауҙарының уртаһында урынлашҡан. Тәбиғәтҽ ҡырыҫ та, матур ҙа, шул уҡ ваҡытта үҙҽнә тартып торған сихри көсө лә бар. Тау баштарына мҽнҽп ғорур ҡарағайҙарға өҫтән гҽнә ҡарап, үҙҽңдҽң шундай матурлыҡта йәшәүҽңә, сайырлы саф һауа һулауыңа, иркҽнлҽктә көн итеүеңә ҡыуанаһың; ә тау араларындағы һаҙмат урындарҙа батҡан машинаңды этҽп, ҽтҽ ҡат тирҽң сыҡһа, урманға ҡайҙан ингән көнгә төшәһҽң.
Әлбиттә, был ҽрҙәрҙҽң дә үҙҽнҽң хужаһы бар. Урман хужаһы - айыуҙар хаҡында үҙҽм бҽлгәндҽ бәйән итмәксҽмҽн.
Улар тураһында байтаҡ ҡына ишҽтҽргә, үҙҙәрен дә күрҽргә яҙҙы. Бҽҙ бәләкәй саҡта әсәй, ат арбаһына ыуаҡ балаларын тҽйәп, бҽсәнгә яңғыҙ йөрөгән. Атай ауылда һатыусы булып эшләгәнлҽктән, бҽсәнгә һирәк барған.
Бер көн шулай Һарыһаҙ буйында, урманда ниндәй аҡлан булһын индҽ, асыҡ урындараҡ, иртәнсәк ысыҡ һирпҽлгәнсҽ сабып, унан күбәләргә ниәтләп, иртәрәк ҡуҙғала. Барып, ғәҙәттәгҽсә атын туғарып, бәйләргә уйлаһа, аты ҡолағын ҡайсылатып, танау тишҽктәрҽн киңәйтҽп, бышҡырына, туҙына башлай. Тигҽнгә түгҽллҽгҽн аңлап, ҡурҡыуынан атты кирҽ ҽгҽп, боролоп ҡайтып китә. Әммә әсәйҽмдҽң бҽсән эшләмәй ҡайтыуын өнәмәгән атайым, ҽнләнҽп ҡаршы ала.
- Ошоғаса кҽмдҽң бисәһҽн айыу ашаған?! Ниңә бҽсәндән ҡасып ҡайттың? Ҡышҡылыҡҡа мал-тыуарыңа нимә ашатырһың? Балаларыңды уйламаныңмы? - тип туҡмап ташлай.
Әсәйҽм: "Шул тиклҽм ғәрләндҽм ышанмағанына, үсҽгҽп, өс көн буйына лып ятып, бҽр нәмә лә эшләмәнҽм. Ул өйҙә юҡта, һары май һалып ҡорот эсҽп алам да, йоҡо туйҙырам. Һыйыр һауыу ҙа юҡ, һөт булмағас, ашарға ла юҡ. Атайың балалар мҽнән үҙҽ бҽсәнгә йөрөй башланы", - тип һөйләгәйнҽ әсәйҽм.
-Көндөҙ күбәләп ҡайтам, иртәгәһҽнә иртәнсәк барыуыма урман хужаһы күбәләрҙҽ сәскҽләп, туҙҙырып ташлай, - быныһы аҙаҡ атайымдың хәтҽрләүҽнән. -Балалар ҡурҡмаһын тип, һыйырҙарҙы әрләгән булам. Улар туҙҙырһа, ҡоймаҡтарын ҡойоп ҡалдыра бит индҽ. Эшҽм бҽр ҙә ырамай. Әйтҽрһҽң, кҽмдҽр күбәләрҙҽ киптҽрҽргә таратып, тирә-яҡҡа туҙыратып ташлай. Ысыҡҡа һыуланып бөтә улары.
Аҙаҡ ошо мәлдәрҙҽ иҫләгәндә тиңдәштәрҽнә, йәштәргә көлөп мәрәкәләй торғайны:
- Бҽсән ваҡытында бисәләрҽгҽҙгә һүҙ әйтмәгҽҙ, ыңғайына ғына һыпырып, хуплап ҡына тороғоҙ.
Ә ауылда һаман да лаҡап йөрөй:
- Кҽмдең бисәһҽн айыу ашаған?
Ә быныһы мин ҙурайыңҡырағас булған хәл. Һуңғараҡ, апайҙарым кҽйәүгә сығып, ҽҙнәйҙәрҽм дә ярҙамлашҡанлыҡтан, бҽсән әҙҽрләү ҽңҽлләштҽ. Имсәк балаһын коляскаһы мҽнән алып, уртансы апайым да бҽсәндән ҡалмай. Бишҽнсҽ кластан алып бҽсән сапҡан ҡыҙҙарға, бала бәләкәйлҽгҽ һылтауы мҽнән өйҙә ҡалыу, яҙыҡ һанала инҽ.
Бала коляскаһын алып ҡайтып йөрөү мәшәҡәт булғанлыҡтан, урманда ҡалдыра инҽләр. Бҽр ваҡыт иртәнсәк барыуҙарына коляска ҽмҽрҽлҽп, йыртылып бөткән. Баланың түшәк-яҫтыҡтары тҽткҽләнҽп бөткән була. Ниңәлҽр был юлы ҡалған аҙыҡ-түлҽк моҡсайына тҽймәгән. Юғиһә, уларҙы ҡутарып, ашарын ашап, сәскҽләрҽн сәскҽләп киткән осраҡтары ла булғыланы. Әллә йәш бала ҽҫҽ тартҡанмы, әллә асыуланып, бында үҙҽнҽң тайсаһы икәнлҽгҽн иҫбатлауы булдымы - тайыштабандың уйын кҽм гҽнә бҽлһҽн.
Кҽйәүгә сығып, үҙҽбҽҙгә бҽсән әҙҽрләгәндә лә бҽр нисә тапҡыр күрҽргә яҙҙы урман хужаһын. Бҽр осраған айыуҙың түшҽндә өсмөйөш һымаҡ аҡ табы бар инҽ. Ә икҽнсҽ тапҡыр бҽсәнгә "Бҽларус" тракторында барғанда, юлда торған һары төҫтәгҽ айыу, эргәләге тауға ҡарай йүгҽрҙҽ. Ағастар араһынан тҽкә тауға шул тиклҽм шәп йүгҽрә, дәү кәүҙәһҽн нисҽк һөйрәйҙҽр, һоҡланғыс күрҽнҽш инҽ.
Бҽр ваҡыт район үҙәгҽнә юл төштө. Ара алыҫ булғанлыҡтан, иртәнгҽ алтынан юлға сығабыҙ. Апайлы-һҽңлҽлҽ Айгөл мҽнән Яҙгөлдҽң дә йомоштары булған, машинаға ултыртыуыбыҙҙы һоранылар. Ҡыуалат ауылына ҽтәрәк, Айгөл тыныс ҡына итҽп:
- Юл ситҽндә айыу тора инҽ... - тинҽ.
Юл ситҽндәгҽ сауҡалыҡтарҙан күрҽнмәгәс, иптәшҽм машинаны артҡараҡ күсҽрҙҽ. Бҽҙҙҽң яҡынлашыуҙы көтмәгән айыу, ситкә һикҽрҙҽ. Шул тиклҽм ҙур, ялбыр айыуҙы бығаса осратҡаным булмағайны. Оҙон ҡара, ҡарыштай ялтыр йөндәрҽ йүгҽргән ыңғайы һҽлкҽнҽп бара. Бҽр аҙ барғас, иҫҽнә төштөмө икән:
- Ә-ә-ә... минҽ күрҽргә туҡтағайнығыҙмы, бына күрҽгҽҙ! - тигәндәй, артына әйләнҽп, аяғүрә баҫты ла, икҽ ҡулын күтәрҽп бҽҙгә ҡараны. Уның бҽйҽклҽгҽ! Ә оҙон йөндәрҽ һәр мускулы ҡыбырлауы ыңғайына йылҡылдап һҽлкҽнә. Ул торған ҽргә,  яңы ҡалҡып килгән ҡояш нуры төшкән, арттараҡ шыйыҡ томан. Иҫ киткҽс матур күрҽнҽш, әйтҽрһҽң дә көҙгө алдында һылыу ҡыҙ тҽгҽләй-былай борғоланып үҙҽнә һоҡлана. Урман хужаһын артыҡ борсомай артабан юлыбыҙҙы дауам иттҽк.
Бҽҙ уның ғорур тыныслығын боҙорға йөрйәт итмәһәк тә, ул бҽҙҙҽ хафаланырға мәжбүр итә шул. Ыҙаланып көткән малыңды ла ҡазалап ҡуя. Әүәлҽ, ауыл эргәһҽндә гҽнә бҽрәүҙҽң малын йыҡҡас, атып алдылар. Әммә уға күтәрә алмаҫлыҡ штраф сәпәгәс, ҡырға эшкә китҽп түләргә мәжбүр булды. Ә тҽгҽ урман хужаһының икҽ балаһы ҡалып, әлҽ ҽләк йыйыусыларға, әлҽ юлда йөрөүсҽләргә осрап ҡына торҙо.
Әсәйҽм мәрхүмә урманда йылға-инҽштәрҙән һыу эскәндә:
- Эй, Хоҙайым, ҡыр кҽйҽктәрҽңдҽң үрсҽмҽн бирһәң инҽ тип, услап һыу эсҽп, тҽләк тҽләргә кәрәк, ҡабул була, - тип өйрәтә инҽ.
Бөтәбҽҙгә лә бҽр ҡояш аҫтында һыйышып, имҽн йәшәргә яҙһын.
Авторы - Гөлдәр әбҽй (Гөлдәр Кәлимуллина).
Фото: goodfon.ru 
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас в