Ял һәм байрам көндәрендә республика халҡы һәм ҡунаҡтары йылға, күл буйҙарына, урмандарға, тәбиғи парктарға сыға – бәшмәк, еләк йыя йәки пикник ойоштора. Ләкин ял иткәндән һуң күптәр сүп-сар ҡалдырып китә.
Башҡортостандың тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов әйтеүенсә, тап йәйге осорҙа һыу ятҡылыҡтары, урман буйҙары ҡағыҙ, целлофан пакеттар, консерва банкалары, шешәләр менән тула, ә бит уларҙың тарҡалыуына бик күп ваҡыт китә. Яйлап тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтергән ҡалдыҡ сүплектәре барлыҡҡа килә, улар тупраҡты ла, һыуҙы ла зарарлай, янғын хәүефен дә арттыра. Шуға ла ял итеүсенең үҙен тотошона яратҡан ял урынының йөҙө генә түгел, билдәле бер биләмәнең тотош экосистемаһы бәйле.
6 августан 14-енә тиклем Башҡортостанда “Экология аҙналығы” акцияһы үтә. Уның сиктәрендә халыҡтың күпләп ял итеү урындарында өмәләр уҙғарыласаҡ, һыу ятҡылыҡтарының яр буйҙары һәм төп туристик маршруттар таҙартыласаҡ.
Сараның маҡсаты – тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡараш формалаштырыу, экологик мәҙәниәтте күтәреү, һыу объекттарында һәм ял урындарында таҙалыҡ торошон яҡшыртыу.
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайты.