

Баймаҡ районының Темәс ауылында тыуып үҫеп, бөгөн Туймазы ҡалаһында йәшәгән рухлы яҡташыбыҙ – Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов социаль селтәрҙә иҫ киткес матур видеояҙма менән уртаҡлашты.
“Ирәндек ҡаяларына баҫып, видеояҙма эшләү – күптәнге хыялым ине. Кисә кис Фаил ҡустым шылтыратып, “Ҡурайыңды ал да, киттек Ирәндекккә!” – тине. Шатлығымды сиге булманы. Беҙҙең менән улдарым Юлай менән Заһир ҙа барҙы. Тәүҙә машинала барҙыҡ, әммә тау үре текәләнгәс, 3,5 саҡрымды йәйәү үтергә тура килде. Һоҡланғыс урман-тауҙарыбыҙҙан көс-дәрт алып, илһамланып ҡайттыҡ. Фаил квадрокоптерына бик күп материал төшөрҙө. Тиҙҙән тулы видеоклип донъя күрәсәк, ә әлегә бәләкәй генә өҙөк тәҡдим итәбеҙ”, - тип яҙҙы Рәмзин Әбсәләмов.
Фото: southural.ru
Видеояҙма: vk.com/ramzin1975