

Бөрйән районында айыу бер төн эсендә умарталарҙы әйләндереп, эстәрен бушатып, туҙҙырып киткән. Умартасы әйтеүенсә, ул 14 умарта ҡуйған, шуларҙың 11-ен айыу юҡ иткән, өсәүһе генә имен ҡалған.
– Иптәштәр, 7 августа бер мәхшәргә осраным. Ҡорттарымды урманға бал йыйҙыра килтерәм тип, бына ниндәй хәлгә тап булдым. Бер төн эсендә айыу ҡорттарымды туҙҙырып китте. Бал йыйҙыра килтерәм тип, ҡортһоҙ тороп ҡалдым. Ни эшләргә лә белеп булмай. Йөрәк әрней... Әрәм булды ҡорттарым... – тип ҡайғыһы менән уртаҡлаша умартасы.
Социаль селтәрҙә был хәлгә ҡарата төрлө фекерҙәр яҙалар: “Ярай, килҽр ҡаза шуның мҽнән бөтһөн. Үҙҽгҽҙ һау булығыҙ. Яҙмаған индҽ, әрәм булған шул”, “Күпте өмөт иткән әҙҙән ҡалған. Шул тиклем ҡайғырырға түгел инде, баш һау булһын. Айыу шаяртмай, үҙеңде лә талап китер, Аллам һаҡлаһын”, “Күпте өмөт иткәндән түгел дә, баҡсала ултырҙылар, ас ултырҙылар, быйыл эргә-тирәлә йүкә сәскә атманы, аптырағандың көнөнән бесәнлеккә алып барылды, үҙҙәренә ҡышҡылыҡҡа булһа ла йыйып алһындар тип...”, “Баш һау булһын, ҡорто ла табылыр, балы ла булыр”, “Беҙҙең дә шул уҡ хәл булды быйыл, сабынлыҡҡа алып барып, айыу туҙҙырған ине”, "Айыу менән килешеү төҙөргә кәрәк булған. Тайга ҡануны: айыу - прокурор. Беҙ уларҙың биләмәһенә барып ингәс, шулай була инде", "Атырға рөхсәт итмәй үрсеттеләр, хәҙер ауылға яҡын йөрөйҙәр".
Тормош бит, бал ҡорто ла үрсер, балы ла булыр. Иң мөһиме, ысынлап та, хужалары зыян күрмәгән. Урманда айыу хужа булғанын онотмайыҡ.
Фото: скриншот.