

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров яңыраҡ Талҡаҫ күлендә булған. Ошо сәйәхәтенән һуң социаль селтәрҙәге сәхифәһендә “Талҡаҫты киләсәк быуын өсөн һаҡлайыҡ!” тип яҙҙы ул.
– Миңә Талҡаҫ күле оҡшай. Башҡа күлдәрҙе яратҡандар үпкәләмәһен, әммә мин уны иң матур күл тип иҫәпләйем. Баймаҡ районына барған һайын Талҡаҫта һыу инергә ваҡыт табырға тырышам, көс һәм ҡеүәт алам.
30 июлдә кис Талҡаҫта йөҙөргә насип итте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яр буйында һәм һыу төбөндә сүп-сар күп.
Ҡәҙерле яҡташтар!
Беҙ үҙенсәлекле күлде һаҡларға һәм киләсәк быуынға таҙа көйөнсә ҡалдырырға тейешбеҙ. Былтыр августа Талҡаҫта өмә үткәрҙек, күлдә һәм уның тирәһендә сүп-сар күп йыйҙыҡ.
Тиҙҙән, 14 августа, Талҡаҫ күле буйлап традицион уҙыш үткәргәндән һуң, көндөҙгө сәғәт 12-лә Талҡаҫ күлен сүп-сарҙан таҙартыу буйынса өмә үткәрергә йыйынабыҙ. Физкультурниктар көнөнә бағышланған экологик йүгереште һәм өмәне Баймаҡ районы хакимиәте һәм “Башҡортостан Республикаһының ир-егеттәре советы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойоштора.
Һеҙҙе экологик йүгерештә һәм өмәлә ҡатнашырға саҡырам. Күлде һаҡлау, автомашиналарҙы унда үткәрмәү, йыйыштырыу мәсьәләһен Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы менән осрашҡанда тикшерәсәкбеҙ, уның етәкселеге лә Талҡаҫты һаҡлау өсөн мөһим сарала ҡатнашасаҡ.
Башҡортостаныбыҙҙың йөҙөк ҡашы Талҡаҫыбыҙҙы бергәлешеп таҙартайыҡ һәм һаҡлайыҡ!" – тип саҡыра Зариф Байғусҡаров.
Бик изге эшкә тотонған Зариф Закир улы. Уның саҡырыуына халыҡ битараф ҡалмаҫ, тип ышанабыҙ.
Фото: Зариф Байғусҡаровтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.