

Билдәле булыуынса, Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы 2022 йылдың 6-14 авгусында ирекмәндәр һәм йәмәғәт ойошмалары менән берлектә халыҡ күпләп ял иткән урындарҙа өмәләр ойоштора. Баймаҡтар ҙа был акциянан ситтә ҡалмаған, был хаҡта район хакимиәте башлығы Фәнис Әминев үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
"Баймаҡтар «Экологик эштәр аҙналығы» республика акцияһына ҡушылды, унда ҡатнашыусылар күмәкләп ял иткән урындарҙа өмәләр үткәрә. Субботниктар Күлтабан, Граф күлдәре буйында, ҡайһы бер ауыл биләмәләрендә үткәрелде лә инде. Бөгөн Талҡаҫ күле, Ғәҙелша шарлауығы биләмәһендә сүп-сарҙан таҙартыу өмәләре үтә", - тип яҙҙы ул.
Әйткәндәй, был акцияларҙа һәр кем ҡатнаша ала. Шулай ҙа таҙартҡан урын таҙа түгел, ә ҡыйламаған ер таҙа тигәнде һәр ял итеүсе онотмаһын ине. Күл буйҙарында ял итеүселәргә күптән инде сүп-сарҙы махсус урындарға илтеп ташларға кәрәк тигән ябай ғына ҡағиҙәне үтәү зарур ҙа ул... Әле булһа мәҙәни ял итеүгә өйрәнә алмайбыҙ шул...
Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.