Экология
16 Август 2022, 11:30

Асылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгән

Белгестәр тиҙҙән был ерҙәргә ҡауҙы ҡошоноң килеүен көтә

Асылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгәнАсылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгән
Асылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгән

Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы белгестәре "Башҡортостан Республикаһы тәбиғәт парктарында ҡоштарҙы күҙәтеү" программаһын тормошҡа ашырыу сиктәрендә паркка Рәсәй ҡоштарын һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе рәйесе Эльза Ғәббәсова һәм “Аслы-Күл” тәбиғәт паркы хеҙмәткәрҙәрен сараға йәлеп итә.  Күҙәтеү барышында быйыл күлгә 69 төр ҡош килеүен асыҡлайҙар. 

Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән 24 аҡ селәндең осоуын теркәгәндәр. Башҡортостанда һирәк оялаған һоро ҡаҙҙар Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын үҙ иткән. Әммә быйыл улар себеш сығармаған. Икенсе йыл мотлаҡ улар тағы килер тип ышана орнитологтар.

Дирекция белгесе Гөлшат Мөхәмәтдинова әйтеүенсә, ҡоштарҙы оя ҡорған ваҡытта һанауы еңелерәк.

  • Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын 2017 йылда тергеҙә башлағас, йылан-йыл бында ҡоштарҙың төрҙәре арта. Әле беҙ түҙемһеҙлек менән ҡауҙы (пеликан) ҡошоноң был тирәгә ҡайтыуын көтәбеҙ, - ти Гөлшат.

“Аслы-Күл” тәбиғәт паркында ҡоштарға оя ҡороу, себеш сығарыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр булдырыла һәм уларҙың тыныслығын һаҡлау йәһәтенән эш алып барыла. Ә Берҡаҙан-Ҡамыш һаҙлығын үҙ итеүсе ҡоштар йылдан-йыл арта.

 

Фотолар Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы сайтынан алынды.

Асылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгән
Асылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгән
Асылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгән
Асылыкүлгә быйыл 69 төрлө ҡош килгән
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас