Экология
18 Август 2022, 04:00

Ҡулланылған батарейкалар йыяйыҡ

Өфөлә "Тәбиғәтте һаҡлау эштәре аҙналығы" республика акцияһы сиктәрендә ҡулланылған аккумулятор батареяларын йыйыу буйынса конкурс үткәрелә

Ҡулланылған батарейкалар йыяйыҡҠулланылған батарейкалар йыяйыҡ
Ҡулланылған батарейкалар йыяйыҡ

"Аккумуляторҙар йыйыу аҙналығы" экологик акцияһын ойоштороусылар булып "Дурасел Рәсәй" компанияһы һәм "Лента" супермаркеттар селтәре тора. Тотонолған аккумулятор батареяларын йыйыу ил буйлап, һәр ҡалала алдан төҙөлгән маршрут буйынса бер аҙнаға ҡуйылған махсус контейнерҙа башҡарыласаҡ.

Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы ярҙамы менән Өфө ҡалаһы Хакимиәте конкурсты ойоштороусы булып тора.

Сара тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға һәм тәбиғәтте хөрмәт итеүгә ҡыҙыҡһыныуҙы дәртләндереүгә, ҡалдыҡтарҙы йыйыу буйынса айырым оҫталыҡты көндәлек тормошҡа индереүгә йүнәлтелгән.

— Көндәлек тормошта ҡулланылған батареялар тирә-яҡ мөхиткә ярайһы кире йоғонто яһай. Кешеләрҙә көн һайын осраған һәр төрлө ҡалдыҡтар менән дөрөҫ эш итеү ғәҙәтен тәрбиәләү мөһим. Аккумулятор батареяларын йыйып, хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү процентын арттырасаҡбыҙ, – тип билдәләне акцияны ойоштороусылар.

2022 йылдың 16 авгусынан 22 авгусына тиклем Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы Өфө ҡалаһы халҡын һәм ҡунаҡтарын батареялар йыйыу аҙнаһында ҡатнашырға һәм тотонолған батареяларҙы һәм электрониканы Бельская урамындағы “Лента” гипермаркеты янындағы махсус ҡабул итеү пунктында тапшырырға саҡыра.

17 августан 22 авгусҡа тиклем ошо адрес буйынса ярыш сиктәрендә 15:00 сәғәттән алып 19:00 сәғәткә тиклем батареяларҙы ҡабул итеү ойошторола.

Былтыр был акцияла ҡала халҡы, предприятиелары һәм ойошмалары әүҙем ҡатнашты һәм 3100 килограмм тотонолған батарея йыйҙы. 2020 һәм 2019 йылдарҙа 4300 килограмм аккумулятор батареялары йыйылған.

Экологик кампания сиктәрендә йыйылған бөтә аккумулятор батареялары эшкәртеү өсөн «Мегаполисресурс» заводына (Силәбе өлкәһе) ебәреләсәк.

 

Фото Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас