Бөтә яңылыҡтар
Экология
29 Август 2022, 10:00

Һеҙҙең йылғаны ошолай таҙарталармы?

Был 5700 кешегә ҡыуаныс алып киләсәк.

Һеҙҙең йылғаны ошолай таҙарталармы?
Һеҙҙең йылғаны ошолай таҙарталармы?

Шишмә районында Дим йылғаһының төбөн таҙарта башлағандар. Был эш «Экология» милли проекты буйынса «Уникаль һыу объекттарын һаҡлау» федераль проекты сиктәрендә атҡарыла. Йәмғеһе был эшкә 105 миллион һум аҡса бүленгән.

- Әлеге мәлдә атҡарыласаҡ эштәрҙең картаһы эшләнде, таҙартылған учатсканың оҙонлоғо 35 километр тәшкил итә. Яҡынса 145 мең кубометр сүп-сар, шул иҫәптән бүрәнә, шиндар, лайла сығарыласаҡ тип көтөлә. Йылғаның санитар хәле яҡшырасаҡ, йәмғеһе 5700 кешенең йәшәү сифаты яҡшырасаҡ тип баһалайбыҙ, - ти Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрының беренсе урынбаҫары Илдар Ғарифуллин.

Фото Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан алынды.

 

Һеҙҙең йылғаны ошолай таҙарталармы?
Һеҙҙең йылғаны ошолай таҙарталармы?
Һеҙҙең йылғаны ошолай таҙарталармы?
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: