Бөтә яңылыҡтар
Экология
7 Сентябрь 2022, 08:00

Банандан ашлама яһағанығыҙ бармы?

Түбәндәге яҙма - тап ошо хаҡта. 

Банандан ашлама яһағанығыҙ бармы?
Банандан ашлама яһағанығыҙ бармы?

Йорттағы үҫемлектәрҙе туҡландырыу өсөн банан ҡабығын файҙаланалар. Был бигерәк тә сәскәләргә кәрәк, өҫтәүенә, аҙыҡ-түлек ҡалдығы булараҡ, экологик йәһәттән дә файҙалы.

Банандың тышында әллә күпме витаминдар һәм минералдар бар. Шуға уны бүлмә үҫентеләре өсөн һәм тағы баҡсала файҙаланыу отошло.

Бының өсөн өс банан ҡабығын иҙгеләргә, артабан өс литрлыҡ банкаһа һалырға һәм өҫтөнә ҡайнар һыу ҡойорға кәрәк.

Аҙаҡ банканы ҡараңғы урынға ике тәүлеккә ҡуйығыҙ. Уны файҙаланғанда 1:2  нисбәттә һыу ҡушырға кәрәк.

Фото: ecobashkortostan

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: