Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Сентябрь 2022, 10:00

Сентябрь йылы көндәр менән һөйөндөрөрмө?

Алдағы көндәрҙә ниндәй һауа торошо көтә? 

Сентябрь йылы көндәр менән һөйөндөрөрмө?
Сентябрь йылы көндәр менән һөйөндөрөрмө?

Эҫе августан һуң һауа торошоноң ҡапыл үҙгәреүен күптәребеҙ ауыр ҡабул итте, һалҡын көндәргә өйрәнеп китеү ҡыйыныраҡ булды.

Бөгөн, 11 сентябрҙә, көндөҙ урыны менән бер аҙ ямғыр, һауа температураһы +10...+15 градус.  Төндә – 0...+5 градус, айырым райондарҙа 2-3 градусҡаса һалҡынайтып, ҡырау төшөү ихтималлығы бар.

Дүшәмбелә лә ошондай һауа торошо һаҡлана, әммә күп төбәктәрҙә аяҙыта. Артабан аҙна аҙағына табан көндәрҙең ярайһы уҡ йылыныуы, ямғырҙар туҡтауы күҙаллана. Йомаға көндөҙгө һауа температураһы +19...+21, төндәгеһе +8...+10 градус тәшкил итәсәк.

Фото: zabavniks.com 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас: