Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Сентябрь 2022, 17:00

Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?

Тәбиғәт матурлығына иҫең китерлек! 

Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?

Һеҙ фотоларҙа күргән ҡош - ҡарсығалар ырыуына ҡараған диңгеҙ бөркөтө. Тағы уны балыҡ бөркөтө, аҡҡойроҡ бөркөт тип тә йөрөтәләр. Республикабыҙҙағы башҡа ҙур йыртҡыс ҡоштарҙан ул аҡ төҫтәге ҡойроғо менән айырыла.

Был үҙенсәлекле фотоларҙың авторы – Альберт Мостафин. Ул ҡоштоң Дүртөйлө районында Ағиҙел йылғаһында нисек балыҡ тотоуын фотоға төшөргән, тип хәбәр итә республиканың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан тәбиғәте ғәжәйеп матур. Бәлки, һеҙҙең дә, ҡәҙерле дуҫтар, ошондайыраҡ үҙенсәлекле, матур фотоларығыҙ барҙыр. Булһа, улар менән гәзитебеҙҙең социаль селтәрҙәге төркөмдәштәрен таныштырһағыҙ ине.

Фотолар: Альберт Мостафин (vk.com/ecobashkortostan).

 

Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Был балыҡ тотҡан ҡош нисек атала?
Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас: