Бөтә яңылыҡтар
Экология
12 Сентябрь 2022, 19:00

Рөхсәтһеҙ таш сығарғандар

Баймаҡ районының Үрге Иҙрис ауылындағы хәл тураһында.

Рөхсәтһеҙ таш сығарғандар
Рөхсәтһеҙ таш сығарғандар

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, ведомствоның Сибай территориаль комитеты белгестәре һәм дәүләт техник күҙәтеү инспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Баймаҡ районында законһыҙ рәүештә таш сығарыуҙы туҡтатҡан.

Ташты Үрге Иҙрис ауылынан 3,2 саҡрым көнбайыштараҡ урындағы халыҡ сығарған. Эш материалдары сара күреү өсөн Баймаҡ районы буйынса полиция бүлегенә ебәрелгән.

Бындай ведомство-ара рейдтар даими уҙғарыла. 2022 йылда министрлыҡ хоҡуҡ һаҡлау һәм башҡа власть органдары менән үҙ-ара эш итеүҙе контролдә тотоу буйынса 237 сара үткәргән. Киң таралған файҙалы ҡаҙылмаларҙы законһыҙ сығарыуҙың 40 осрағы асыҡланған. Бөтәһе 27 ғәйепләнеүсе административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, 616 мең һумлыҡ штраф һалынған.

Бындай рейдтар даими үткәреләсәк.

Фото: "Башинформ".

Рөхсәтһеҙ таш сығарғандар
Рөхсәтһеҙ таш сығарғандар
Рөхсәтһеҙ таш сығарғандар
Автор:Карима Усманова
Читайте нас: