Бөтә яңылыҡтар
Экология
14 Сентябрь 2022, 19:00

Салауат районына торналар төшкән

Тыуған яҡты өйрәнеүсе, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Зөлфиә Миңлеғолова 150-гә яҡын ҡош һанаған. "Ҡоштар иҫәбен алыу"ҙа һәр кем ҡатнаша ала. 

Салауат районына торналар төшкән
Салауат районына торналар төшкән

Салауат районының Йыланыш ауылы эргәһенә 150-гә яҡын һоро торна ултырған.

Әүҙем турист, йәмәғәт эшмәкәре, тыуған яҡты өйрәнеүсе Зөлфиә Миңлеғолова хәбәр итеүенсә, торналар элек-электән был ергә төшә. Көҙөн, баҫыуҙа уңыш алыныу менән, улар бер ай самаһы ошонда йәшәп ала.

- Был баҫыуҙарҙа Александр Пономаревтың крәҫтиән (фермер) хужалығы бар. Быйыл ул һоло менән арпа сәскән. Ҡоштар уңышҡа зыян килтерер, тип ҡурҡҡан ул. Аҡыллы ҡоштар йыйылмаған уңышҡа теймәй, ашлыҡ һуғылған баҫыуҙа ғына йөрөй икән. Ҡоштарҙы бинокль менән генә күҙәтергә була, яҡыныраҡ килһәң, улар ҡурҡып оса. Шуға тыныслыҡтарын боҙмаҫҡа тырышып ҡына һананыҡ. Яҡынса 150 һоро торна бар, – ти Зөлфиә Миңлеғолова.

Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы филиалы һәм Ҡоштарҙы һаҡлау союзының Башҡортостан бүлексәһе республика халҡынан һәм ҡунаҡтарынан  һоро торналар тупланмаһы урындары тураһында мәғлүмәт йыя.

Ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған мәғлүмәт түбәндәгесә: ҡоштар ниндәй ауыл эргәһендә туҡтаған, нисә ҡош төшкән. Өҫтәмә мәғлүмәтте анкета тултырып күрһәтергә мөмкин. Белгестәр, мөмкин булһа, фото йәки видео төшөрөүҙе һәм ебәреүҙе үтенә. Мәғлүмәтте электрон почта - [email protected] йәки WhatsApp 8937-35-61-340 аша ебәрергә мөмкин. Мәғлүмәттәр сентябрь дауамында ҡабул ителә.

"Ҡоштар иҫәбен алыу"ҙа ҡатнашыусыларҙың барыһы ла диплом аласаҡ, ә иң ҡиммәтле мәғлүмәтте ебәреүселәргә иҫтәлекле бүләктәр әҙерләнгән.

 

Фото: Александр Пономарев.

Салауат районына торналар төшкән
Салауат районына торналар төшкән
Салауат районына торналар төшкән
Салауат районына торналар төшкән
Салауат районына торналар төшкән
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: