Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Сентябрь 2022, 15:00

Радий Хәбиров урмансыларҙы тәбрикләне

"Аталы-уллы Ғайсиндарҙың урманға бағышланған дөйөм хеҙмәт стажы - 88 йыл!"

Радий Хәбиров урмансыларҙы тәбрикләне
Радий Хәбиров урмансыларҙы тәбрикләне

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Урман хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенә яҙма ҡуйҙы.

"Сентябрҙең өсөнсө йәкшәмбеһендә урман хеҙмәткәрҙәре һөнәри байрамын билдәләй. Бөгөн "Һоҡланғыс кешеләр тормошо" рубрикаһында – Инйәр урман хужалығы директоры урынбаҫары Салауат Мөхәмәт улы Ғайсин.

Был һөнәрендә Салауат Ғайсин 45 йыл хеҙмәт итә. Атаһы Мөхәмәт Һиҙиәт улы һымаҡ (ҡаралы-аҡлы фотола) үҙ ғүмерен урманға арнай. Ғаиләнең дөйөм эш стажы – 88 йыл!

Үҙенең хеҙмәт йылдарында Салауат Мөхәмәт улы ике мең гектарҙан ашыу майҙанда ағас ултырта. Ул шулай уҡ орлоҡтар әҙерләү менән шөғөлләнә, урман культураларын ултыртыу барышын күҙәтә. Һәм, әлбиттә, үҙ белгәндәрен йәштәргә лә өйрәтә.

Салауат Мөхәмәт улы – Башҡортостандың атҡаҙанған урмансыһы. Тыуған Белорет районы урман хужалығы өсөн күп эшләй. Уның ҡатнашлығында Инйәр урман хужалығында һигеҙ гектарҙа питомник булдыралар, яңы теплицалар төҙөйҙәр, уларҙа йыл һайын 740 мең төпкә тиклем Себер шыршыһы, ҡарағай, ҡарағас  үҫентеләре үҫтерелә.

Башҡортостандың урман хужалығы системаһында барлығы һигеҙ мең кеше эшләй. Салауат Мөхәмәт улын, Мөхәмәт Һиҙиәт улын һәм тармаҡтың барлыҡ хеҙмәткәрҙәрен байрам менән ҡотлайым! Ныҡлы һаулыҡ, тыныслыҡ теләйем", - тип яҙҙы Радий Фәрит улы.

Фото республика Башлығының сәхифәһенән.

Радий Хәбиров урмансыларҙы тәбрикләне
Радий Хәбиров урмансыларҙы тәбрикләне
Радий Хәбиров урмансыларҙы тәбрикләне
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: