Бөтә яңылыҡтар
Экология
18 Сентябрь 2022, 13:00

Урмансыларҙан - Хажы халҡына ҙур бүләк

Тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләгән урмансыларға ҙур рәхмәт! Башҡалар иһә булдырылған тәртипте һаҡлаһын ине.

Урмансыларҙан - Хажы халҡына ҙур бүләк
Урмансыларҙан - Хажы халҡына ҙур бүләк

Ишембай районының Хажы ауылында матур сара үтте – Маҡар урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре тырышлығы менән тау шишмәһенең ҡоймалары һәм бураһы яңыртылды. Урмансылар үҙҙәренең һөнәри байрамдары алдынан хажылар өсөн ошондай бүләк эшләне.

Маҡар урмансылығының Һәләүек урман участкаһы хеҙмәткәрҙәре Рәмил Баһауетдинов, Рауил Иҡсанов, Илшат Сабитов, Сәлим Арыҫланов, Миҙхәт Вәлишин аҙ ваҡыт эсендә ҙур эш башҡарып ҡуйҙы: иҫке бура яңыға алмаштырылды, ҡапҡасы ҡуйылды, яңы ҡойма менән уратылды, майҙансыҡтағы өҫтәл менән эскәмйә лә яңынан яһалды. Был эштәрҙең барыһы ла Маҡар урман хужалығы директоры Сәлим Хафизовтың башланғысы менән ойошторолдо.

Ауыл халҡы Бәләкәй шишмә тип йөрөткән был биләмәгә шыршы үҫентеләре лә ултыртылды.

"Урман хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнө алдынан районыбыҙҙың һыу сығанаҡтарын ҡоймалау изге йолаға әүерелде. Һуңғы йылдарҙа беҙҙең тарафтан Кинйәбулат, Этҡол, Ураҙбай, Көҙән ауылдарында шишмәләр төҙөкләндерелде һәм ҡоймаланды. Киләсәктә Һайранда ла ошондай эште башҡарыу ниәтләнә", - тине Илшат Сабитов.

Тәбиғәтебеҙҙе ҡәҙерләгән урмансыларға ҙур рәхмәт! Башҡаларға иһә булдырылған тәртипте һаҡларға ғына ҡала.

Текст һәм фото сығанағы: voshodnews.ru

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: