Бөтә яңылыҡтар
Экология
19 Сентябрь 2022, 14:00

"Буш менән булмағыҙ!" – тине төбәк етәксеһе

Радий Хәбиров бәләкәй ҡыуаҡтар урынына ҙур ағастар ултыртырға ҡушты. 

"Буш менән булмағыҙ!" – тине төбәк етәксеһе
"Буш менән булмағыҙ!" – тине төбәк етәксеһе

24 сентябрҙән республикала “Йәшел Башҡортостан” акцияһы башлана. Сараның көҙгө осоро 8 октябргә тиклем дауам итә. Был турала Башҡортостан Хөкүмәтенең Республикаға идара итеү үҙәгендә ойошторолған аҙналыҡ кәңәшмәһендә торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова хәбәр итте.

Акция сиктәрендә республиканың бөтә ҡала һәм райондарында өмәләр үтәсәк. Барлығы 47 мең йәшел үҫенте ултыртыу планлаштырыла, уларҙың 14 меңе – ҙур ағастар.

– Баш ҡалала “Йәшел Башҡортостан – Өфө” сайты булдырылды, унда халыҡ ҡаланы йәшелләндереү процесына әүҙем ҡушыла, ағас ултыртыу урындары тураһында үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. 500-ҙән ашыу ғариза килгән дә инде. Бынан алда ултыртылған йәшел үҫентеләр тураһында мәғлүмәт интерактив картаға өҫтәлде. Беҙ башлыҡтарға һәр муниципалитет буйынса шундай уҡ сайттар эшләргә тәҡдим итәбеҙ, – тине Ирина Голованова.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров чиновниктарға оҙонлоғо бер метрға тиклемге ваҡ ҡыуаҡтар ултыртмаҫҡа кәңәш бирҙе.

– Буш менән булмағыҙ, бындай ҡыуаҡтар ултыртмағыҙ. Был - мәғәнәһеҙ эш. Әҙерәк булһа булһын, тик ҙур ағастар ултыртылһын, – тине ул.

Шуның менән бергә республика “Урманды һаҡлайыҡ” Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушыла. Уның сиктәрендә үткән акцияла урмандарҙа 60 меңгә яҡын ағас ултыртылды. 24 сентябрҙә ҡайһы бер тораҡ пункттарҙа эш дауам итәсәк, тип билдәләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Фото: svetput.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: