Бөтә яңылыҡтар
Экология
23 Сентябрь 2022, 14:57

Йәш экологтар һаны арта

Тәбиғәткә һаҡсыл ҡараш мәктәп эскәмйәһенән тәрбиәләнә.

“Экосистема. Ҡурсаулыҡтар ере” тип аталған Бөтә Рәсәй йәштәр экология форумында ҡатнашыусылар менән осрашыуҙа ил Президенты Владимир Путин Рәсәй балалар һәм йәштәр хәрәкәтенә ярашлы, йәш натуралистарҙың эшмәкәрлеген тергеҙеү тураһында һөйләне. Дәүләт етәксеһе был хәрәкәттең һүлпәнләнеүенә үкенесен белдерҙе.

Башҡа төбәктәрҙән айырмалы, Башҡортостан — совет осоронда эш иткән йәштәр хәрәкәте һүнмәгән төбәктәрҙең береһе.  Ул үҙ эшенә мөкиббән бирелгән, һөнәренә тоғро ҡалған кешеләрҙең тырышлығы менән һаҡлап ҡалынған.

Йәш натуралистар хәрәкәте Рәсәйҙә 100 йылдан ашыу элек барлыҡҡа килгән һәм бөтә илгә тарала башлаған, мәктәптәрҙә юннат түңәрәктәре ойошторолған. 1927 йылда Башҡортостанда уларҙың һаны 16-ға етә, түңәрәктәрҙә 800 кеше шөғөлләнә. Бер йылдан республикала өлкә йәштәр бюроһы ойошторола, ә 1932 йылда Баш­ҡорт өлкә балалар техник станция­һы барлыҡҡа килә, унда йәш селекционерҙар, зоологтар, баҡса­сылар һәм сәскә үҫтереүселәр түңәрәктәре эшләй башлай.

1947 йылда Башҡортостан республика йәш натуралистар һәм ауыл хужалығы тикшереүселәре станцияһы был ойошманан айырылып сыға. Йылдар үтеү менән ул исемен алмаштыра. Ғилми-тикшеренеү учреждениелары ме­нән тығыҙ бәйләнеш тота, бында шөғөлләнеүселәр республиканың һәм илдең билдәле селекцио­нерҙары, агрономдары, ғалимдары булып китә.

1990 йылдарҙа үҙгәртеп ҡороу елдәре йәш экологтарға ла ҡағыла. Ойошма Республика балалар экологик-биологик үҙәге тип үҙгәртелә. Бөгөн республикала йәш натуралистар һәм балалар экологик-биологик үҙәктәренең 13 станцияһы эшләй. Оҙаҡ йылдар был үҙәккә Екатерина Кошелева етәкселек итә.

– Башҡортостанда тәбиғи фән­дәр йүнәлеше буйынса өҫтәмә белем биреү учреждениелары сел­тәре Рәсәйҙең башҡа төбәктәре ара­һында иң үҫешкәндәрҙең бере­һе булып тора. Һуңғы өс йылда улар­ҙың матди-техник базаһы һи­ҙелер­лек яҡшырҙы, был тәү сират­та “Мәғариф” милли проекты­ның “Һәр баланың уңышы” федераль проекты буйынса юғары технологиялы ҡорамалдар һатып алыуға федераль, төбәк һәм муниципаль бюджеттарҙың субсидиялары иҫәбенә атҡарылды, — ти ул.

Башҡортостанда 2030 йылға тиклем өҫтәмә белем биреүҙе үҫтереү концепцияһына ярашлы, һәр муниципалитетта экостанция барлыҡҡа килергә тейеш, бала­ларға өҫтәмә белем биреү, экологик тәрбиә биреү уның төп эшмә­кәрлеге буласаҡ. Ә ошо ике йыл эсендә республиканың бөтә ауыл мәктәптәре тәбиғи фәндәр өсөн ҡорамалдар менән йыһазланды­рыласаҡ.

Экология-биология үҙәктәре тураһында һөйләгәндә, Өфөнөң Дим районында эшләгән “Росток” фән, инновациялар һәм ижад үҙәген телгә алмау мөмкин түгел. Был үҙәктә өс меңгә яҡын бала шөғөлләнә. Әллә ни ҙур булмаған биҫтә өсөн был ҙур һан һәм үҙәктең баш ҡалала ғына түгел, бөтә республика майҙанына сығыуы уның етәксеһенең әүҙемлеге һәм заман менән бергә атлап эшләүенә бәйле.

– Беҙ “Һәр баланың уңышы”, “Мәғариф” милли проекттарында әүҙем ҡатнашабыҙ, шул эштең һөҙөмтәһе булараҡ үҙәктең ҡорамалдары яңыртыла, түңәрәктә шөғөлләнгән балалар һаны арта бара. Яңы йүнәлештәр асыла — робот техникаһы, 3D-моделләш­тереү, балалар үҙ проекттарын 3D-принтерҙарҙа сығара ала. Беҙҙең тәрбиәләнеүселәр һанлаштырыу лабораторияһын үҙләштерә. Унда үткәрелгән тикшереү һауа, һыу, тупраҡ сифатын тикшерергә мөмкинлек бирә. Был балаларға бик ҡыҙыҡ. Грант аҡсаһына беҙ яңы йыһаз һәм ҡорамалдар һатып алдыҡ, — тип һөйләй үҙәк директоры урынбаҫары Әлфиә Вәлиева.

“Росток” үҙәге уҡыусылары Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштарҙа, олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша, яҡшы һөҙөмтәләр күрһәтә. Уларҙың береһе – Михаил Бардуков. “Росток” тәрбиәләнеүсеһе быйыл биология буйынса Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһы призына лайыҡ булған, 2020 йылда иһә “Ҙур үҙгәрештәр” Бөтә Рәсәй конкурсында бер миллион һум аҡса отҡан.

– Беҙҙең балалар “Сириус” белем биреү үҙәгендә уҡый, төрлө грант конкурстарында ҡатнаша, “Артек”, “Орлёнок”, “Смена”, “Океан” кеүек билдәле балалар лагерҙарында ял итә. “Йәш профессионалдар” чемпионатында быйыл ғына 15 миҙал яуланыҡ. Үҙәк тәрбиә­ләнеүсеһе Максим Морозов “Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау” компе­тенцияһы буйынса WorldSkills милли чемпионаты финалы статусына эйә финал ярыштарында еңеүсе була. 2022 йылда үҙәк Өфө хакимиәте башлығының “Сәләмәт­лек юлы” проектын тормошҡа ашырыу буйынса грантын яуланы, — тип Әлфиә Вәлиева уңыштар тураһын­да һөйләне.

Үҙәктә шөғөлләнгән балалар мәктәптә яҡшыраҡ уҡый, ғилми-тикшеренеү эшмәкәрлеге алып барырға, халыҡ алдында сығыш яһарға өйрәнә, иң мөһиме – яу­ланған уңыштар һөҙөмтәһе Баш­ҡортостандың алдынғы юғары уҡыу йорттарына инергә мөмкинлек бирә.

– Экологик тәрбиә ябай төшөн­сә­ләрҙән башлана: ҡоштарға таға­раҡ, сыйырсыҡ оялары элеү, йылға-шишмә буйҙарын таҙартыу, мәктәп һәм ихата тирәһендә ағас һәм сәскәләр үҫтереү. Ошо эштәрҙе атҡарған балалар киләсәктә ергә һәм тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индерәсәк. Беҙҙең үҙәктәрҙә шөғөлләнгәндәрҙең киләсәктә ниндәй һөнәр һайлауы мөһим түгел. Бала саҡтан экологик тормош алып барыуҙы һеңдереп йәшәһендәр, – тип билдәләне Екатерина Кошелева.

Йәш натуралист түңәрәктәрен тергеҙеү тураһында һүҙ ҡуҙға­тылғас, бала саҡ иҫкә төштө. Беҙҙә бит, ысынлап та, мәктәптән тәбиғәт­кә һаҡсыл ҡараш тәрбиәләнеләр. Тәүге уҡытыусыбыҙ Роза Мостафина тәбиғәтте “тыңларға” өйрәтте. Мәктәптән һуң тышҡа сығып, үлән төрҙәрен айырыу, ҡоштарҙы өйрәнеүҙән башланған дәрестәр яйлап тимер-томор йыйыу, ҡағыҙ йыйып тапшырыу кеүек ҙурыраҡ бурыстарға күсте. Башланғыс клас­тарҙан һуң, экскурсия, походтарға йөрөү, тәбиғәттә үҙеңде нисек тоторға, урманда хәүефһеҙлек саралары тураһында һөйләшеү – барыһы ла бала саҡтан һеңгән һабаҡтар. Бөгөнгө быуынға тап шул һаҡсыл ҡараш етмәүе көн кеүек асыҡ.

Гөлнара ФӘЙРҮЗОВА, Архангел районының Тирәкле ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы:

– “Тәбиғәт дуҫтары” тигән экологик түңәрәкте ете йылдан ашыу алып барам. Бала­лар теләп йө­рөй, ҡатнашыу­сы­лар йылдан-йыл күберәк. Уларға ҡыҙыҡ бул­һын өсөн төрлө саралар, акциялар үт­кә­реп торабыҙ. Мәҫәлән, ҡул­ла­нылған батарейкалар йыйып тапшырабыҙ. “Терпе­не ҡот­ҡар” тип аталған Бөтә Рәсәй проектында ҡатнашып, грант яула­ныҡ. Йыл һайын йәмғе­һе йөҙҙән ашыу килограмм батарейка тап­шыра­быҙ. Әле мәктәп уҡыусыла­ры менән ма­ку­латура йый­ҙыҡ. Ағас ул­тыр­­та­быҙ, төрлө тәжрибә­ләр үткәрә­беҙ, өмә­ләрҙә ҡатнаша­быҙ. Баҫыу йыл­ғаһы ярҙа­рын йыл да таҙар­тып торабыҙ. “Старттайм” тип аталған йәш­тәр сәйәсәте буйынса гранттар проектында ҡатнаштыҡ.

Беҙҙең Тирәкле ауылы юлында боландар күп тапала. Ошо мәсьә­ләне күтәреп, балалар менән берлектә төрлө ведом­ство­ларға хаттар яҙҙыҡ. Һөҙөмтәлә “Һаҡ булығыҙ, ҡырағай хайуандар!” тигән билдә һәм камера ҡуйҙылар. Һуңғы йылда бер болан да тапалманы. Экологик түңә­рәк­тәргә йөрөгән балалар бер-береһенә иғтибарлыраҡ була бара, һаҡсыл­лыҡ тойола. Был – балаларҙы дөрөҫ юҫыҡта тәрбиәләүҙә бик шәп алым.

-  Лилиә НУРЕТДИНОВА

Гөлнара ФӘЙРҮЗОВА, Архангел районының Тирәкле ауылы урта мәктәбе уҡытыусыһы
Читайте нас: