Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2022, 20:00

Был шишмә ҡайҙа урынлашҡан?

Матур итеп төҙөкләндерелгән урынды кем иң беренсе таныр икән.

Был шишмә ҡайҙа урынлашҡан?
Был шишмә ҡайҙа урынлашҡан?

Райондарға командировка барғанда халыҡтың йәшәү-көнкүрешенә лә, тәбиғәтенә лә иғтибар итәбеҙ. Юлда йөрөгәндә матур итеп кәртәләнгән шишмәләрҙе күреү бигерәк тә шатлыҡты.

Был күренеш - төбәктә йәшәүселәрҙең ер-һыуыбыҙға ихтирамлы мөнәсәбәтен сағылдыра. Шишмәләребеҙ һаҡлаулы булһа, эсәр һыуҙарыбыҙ ҙа һайыҡмаҫ.

Илеш районында ла һыу сығанаҡтары иғтибар үҙәгендә. Әлеге көндә биләмәлә 50-нә ашыу шишмә төҙөкләндерелгән, был йүнәлештә йыл буйына эш алып барыла.

Фотоһүрәттәге шишмәнең исемен һәм ҡайһы ауыл эргәһендә икәнлеген әйтеп ҡарағыҙ әле.

Автор фотоһы.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: