Бөтә яңылыҡтар
Экология
24 Сентябрь 2022, 16:45

Тиҫтәнән ашыу аллея барлыҡҡа килде

Был юлы акция 8 октябргә тиклем дауам итәсәк.

Тиҫтәнән ашыу аллея барлыҡҡа килде
Тиҫтәнән ашыу аллея барлыҡҡа килде

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашыусыларға рәхмәт белдерҙе.

“Бөгөн “Йәшел Башҡортостан” акцияһы башланды. Традиция буйынса беҙ уны йылына ике тапҡыр - яҙ һәм көҙ көндәрендә үткәрәбеҙ. Был юлы акция 8 октябргә тиклем дауам итәсәк. Беҙҙең ҡала һәм ауылдар халҡы шәмбе өмәләренә сыҡты, бөтә республика буйынса ағас һәм ҡыуаҡлыҡтар ултыртылды, яңы аллеялар барлыҡҡа килде.

Өфөлә көҙөн өс меңдән ашыу ағас һәм 11 меңдән ашыу ҡыуаҡ ултыртыласаҡ. Бөгөн генә лә баш ҡалабыҙҙа тиҫтәнән ашыу аллея барлыҡҡа килде.

План буйынса, акция барышында Башҡортостанда 47 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡ ултыртыласаҡ, шул иҫәптән, 14 мең эре ағас. 2,5 мең ағас ҡарт, зарарланғандарын алмаштырасаҡ.

Акцияла ҡатнашҡандарға һәм ҡатнашырға теләүселәрҙең барыһына ла рәхмәт!” - тип яҙҙы ул.

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас: