Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Сентябрь 2022, 17:15

55 мең ағас ултыртылды

"Йәшел Башҡортостан" акцияһында 144 мең кеше ҡатнашҡан. 

55 мең ағас ултыртылды
55 мең ағас ултыртылды

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙналыҡ кәңәшмәһендә үткән аҙнала республикала ойошторолған “Йәшел Башҡортостан” акцияһына йомғаҡ яһалды. Төп доклад менән торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Ирина Голованова сығыш яһаны.

Әлеге акцияла 55 мең ағас ултыртылған. Уларҙың 15 меңе – 2,5 метрҙан бейегерәк ағастар. Өмәләрҙә 144 мең кеше ҡатнашҡан.

Республика Башлығы Радий Хәбиров киләһе яҙ ағастар һәм ҡыуаҡтар ултыртыласаҡ йәмәғәт биләмәләре исемлеген төҙөй башларға ҡушты. Ул район һәм муниципалитет башлыҡтарынан айырыуса ихата биләмәләренә иғтибар итеүҙәрен һораны.

– Шуға иғтибар итәм: беҙ күп кенә ихаталарҙы төҙөкләндерәбеҙ. Уларҙы “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә яңыртҡанда һәр ваҡыт ағас ултыртыу кәрәклеге һиҙелә. Шуға күрә бының менән дә шөғөлләнегеҙ, – тине Башҡортостан Башлығы.

Өмәләр һөҙөмтәһендә Башҡортостан район-ҡалаларында 66 яңы тематик аллея барлыҡҡа килде. Мәҫәлән, Өфөнөң Ленин урамында – “Театр”, Ленин районында “Затон йүкәләре” скверҙарын эшләгәндәр. Кузнецов затонында 100-ҙән ашыу бейек ағас, ә Дим биҫтәһендәге “Әкиәттәр аллеяһы”нда 60 яңы үҫенте ултыртылған.

Салауатта "Юнармия" тәрбиәләнеүселәре “Патриоттар аллеяһы”н ойошторҙо, ә Нефтекамала яңы йәмәғәт киңлеге “Юбилей” скверын 102 пирамида кеүек тирәк биҙәне. Благовещен районында махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яҡташтарыбыҙҙың ҡаһарманлығы һәм батырлығы хөрмәтенә ағастар ултыртылды.

Тиҙҙән "Патриот" хәрби-патриотик паркы биләмәһе лә йәшелләнәсәк. 30 сентябрҙә, Махсус тәғәйенләнештәге көстәр көнөндә, Рәсәй гвардияһы унда 150-гә яҡын ағас ултырта.

“20 алмағас, 20 груша, шулай уҡ алты шыршы: Рәсәй Геройҙары хөрмәтенә – өс, Рәсәй гвардияһы гвардиясылары хөрмәтенә өс шыршы ултыртыу күҙаллана. Шулай уҡ паркка илткән юлдар буйына 100 йүкә ултыртыу ҡаралған”, - тип һөйләне урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов.

Фото: belokatay.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: