Бөтә яңылыҡтар
Экология
27 Сентябрь 2022, 12:30

Тере Танып таҙарып ҡалған

345 километрҙан ашыу оҙонлоғо булған йылғаны һәр район биләмәһе эсафета итеп ҡабул итеп таҙарта

Тере Танып таҙарып ҡалған
Тере Танып таҙарып ҡалған

Балтас районы хакимиәте башлығы Ильгиз Субушев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Тере Танып йылғаһы буйҙарын таҙартыу тураһында хәбәр итә.

– Райондан 200-ҙән ашыу кеше Бөтә Рәсәй «Рәсәй һыуы» акцияһы сиктәрендә йыл һайын уҙғарылған «Таҙа Танып» акцияһы өмәһендә ҡатнашты. Тере Танып йылғаһы — район аша аҡҡан төп йылға. Оҙонлоғо 345 километрҙан ашыу. Тере Танып Пермь крайының Урҙа районынан башланып, Тәтешле, Балтас, Борай, Ҡалтасы, Краснокама райондары аша аға, Ағиҙел йылғаһына ҡоя. Йыл һайын йылға ярын таҙартабыҙ, әммә ҡыҙғанысҡа ҡаршы, сүп-сар кәмемәй. Нигеҙҙә, йылға яры буйында ял иткән кешеләрҙең сүп-сары ҡала. Халыҡты, ҡунаҡтарҙы, ял итеүселәрҙе үҙҙәре артынан йыйыштырып китергә саҡырам. Йылғаларыбыҙҙың, һыуһаҡлағыстарыбыҙҙың таҙа ярҙары – беҙҙең ҡулда. Тыуған еребеҙҙең матурлығын вариҫтарыбыҙға ҡалдырайыҡ! – тип өндәшә хакимиәт башлығы.

“Таҙа Танып” акцияһы 2018 йылда башлана. Балтас районы биләмәһендә ойошторолған акцияға йылдан-йыл ҡушылған биләмәләр күбәйә: Тере Танып йылғаһы аҡҡан райондар, хатта күрше төбәктәр ҡушыла. Әле йылға ярҙарын таҙартыу буйынса эстафета бара. Ул Тәтешле районында үткән. Тәтешлеләр эстафетаны Пермь крайының Ченушки районына тапшырған.

 

Фотолар Илгиз Субушевтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

 

Тере Танып таҙарып ҡалған
Тере Танып таҙарып ҡалған
Тере Танып таҙарып ҡалған
Тере Танып таҙарып ҡалған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: