Бөтә яңылыҡтар
Экология
28 Сентябрь 2022, 19:45

Кәрәкмәгән ҡағыҙҙарың ятһа...

Уларға яңы һулыш биреү мөмкинлегенән файҙалан.

Кәрәкмәгән ҡағыҙҙарың ятһа...
Кәрәкмәгән ҡағыҙҙарың ятһа...

#БумБатл Бөтә Рәсәй акцияһы нигеҙендә 24 сентябрҙә Өфөлә макулатура йыйыуҙың мобиль нөктәләре эшләй башланы. Улар алты адрес буйынса урынлашҡан.

Эш башлауҙың тәүге ике көнөндә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре ("Молодежки ОНФ") баш ҡалала йәшәүселәрҙән 25 килограмм ҡағыҙ сеймалы йыйҙы. Бындай мобиль пункттар һәр шәмбе һәм йәкшәмбе 13 ноябргә тиклем эшләйәк, #БумБатл 15 ноябрҙә тамамлана.

"Башҡортостанда "Молодежка ОНФ" - акцияның рәсми партнеры һәм ул юғары, махсус урта уҡыу йорттарында, мәктәптәрҙә, йәмәғәт урындарында макулатура ҡабул итеү нөктәләре ойоштора. Уҡыусылар һәм студенттар өсөн экодәрестәр, эколекциялар уҙғарыла. Бәләкәй класс уҡыусылары сүп-сарҙы айырым йыйыу буйынса уйындарҙа ҡатнаша. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты йәштәре #БумБатлға беренсегә ярҙам итмәй. Беҙ халыҡ менән әңгәмәләшәбеҙ, акция тураһында һөйләйбеҙ, ниндәй көндәрҙә макулатура тапшырыу мөмкинлеген аңлатабыҙ. Беҙҙең команданан тыш, был эштә Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының эко-инспекторҙары ла ҡатнаша. Шулай уҡ ойошманың “Экохәстәр” проекты менән берлектә мәктәптәрҙә, колледждарҙа уникаль экобокстар ҡуйыуҙы ла дауам итәбеҙ. Бындайҙар беҙҙең төбәктә генә бар. Акцияға яңы ҡушылғандар булыуы һөйөндөрә", - тине "Молодежка ОНФ"-тың Башҡортостандағы координаторы Рөстәм Сәләхетдинов.  

Макулатура йыйыу буйынса #БумБатл Рәсәй акцияһы 15 сентябрҙә старт алды һәм “Экология” милли проектына булышлыҡ итеү өсөн өсөнсө тапҡыр уҙғарыла. Уға ярашлы, 2024 йылға ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙың кәмендә 60 проценты эшкәртеүгә оҙатылырға тейеш.

Фото: Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты.

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас: