Бөтә яңылыҡтар
Экология
4 Октябрь 2022, 11:45

Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра

Геопарк Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондары биләмәләренән үтә

Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн социаль селтәрҙәрҙә “Торатау” геопаркы тураһында һөйләне.

“Беҙҙең “Торатау” геопаркы республика халҡы һәм ҡунаҡтары өсөн тағы ла күркәмерәк була бара. Уның хаҡында ентекләберәк һөйләргә булдым.

Геопарк Ишембай, Стәрлетамаҡ, Ғафури һәм Мәләүез райондары биләмәләренән үтә. Бында 155 тәбиғәт объекты, 27 махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе, 103 геологик һәм 126 тарихи-мәҙәни объект урынлашҡан. Төп иҫтәлекле урындар араһында – Торатау, Йөрәктау һәм Ҡуштау, ике “алтын сөй” – “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәс” геологик киҫелештәре. Уларҙың барыһы ла халыҡ-ара әһәмиәткә эйә.

Беҙ бында ғилми һәм белем биреү туризмын үҫтерәбеҙ, был әүҙем, экстремаль һәм һауыҡтырыу ялы өсөн бик яҡшы урын. Шул уҡ ваҡытта уны һаулыҡ мөмкинлектәре сикле, аҙ хәрәкәт иткән кешеләр өсөн дә мөмкин тиклем уңайлы итергә тырыштыҡ.

Айырыуса навигацияның уңайлы системаһын билдәләп үткем килә. Бөтә биләмәлә мәғлүмәт стендтары ҡуйыуҙы дауам итәбеҙ. Торатау шиханы итәгендә визит-үҙәк эшләй.

“Торатау” геопаркы беҙҙең бизнесҡа ла ҡыҙыҡлы. Геопаркта 107 резидент-партнер бар, ә бер нисә йыл элек улар 16 ғына ине. Эшҡыуарҙар ҡунаҡ йорттары, турбазалар төҙөй, ҡунаҡтарҙы ҡаршы ала.

Барыһын да “Торатау” геопаркына саҡырам! Һылтанма буйынса - бик күп файҙалы мәғлүмәт: https://geopark-toratau.ru/ “ тип яҙҙы ул.

Фото: "Бәйләнештә". 

Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Радий Хәбиров "Торатау" геопаркына саҡыра
Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: