Экология
13 Октябрь 2022, 14:00

Төбәгебеҙҙә нисә торна иҫәпләнгән?

Әйтеүҙәренсә, һуңғы йылдарҙа был ҡоштарҙың һаны арта.

Төбәгебеҙҙә нисә торна иҫәпләнгән?Төбәгебеҙҙә нисә торна иҫәпләнгән?
Төбәгебеҙҙә нисә торна иҫәпләнгән?

Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостан буйынса филиалы һәм Рәсәйҙең ҡоштарҙы һаҡлау союзы тарафынан һоро торналарҙы һанау акцияһы тураһында яҙғайныҡ. Әле был сараның йомғаҡтары билдәле булды.

Акцияның координаторы, “Янғантау” геопаркы биологы Полина Полежанкина билдәләүенсә, йәмғеһе 43 кешенән күҙәтеүҙәр алынған.

"Әбйәлил, Архангел, Ауырғазы, Баймаҡ, Благовещен, Бүздәк, Дәүләкән, Иглин, Илеш, Ҡариҙел, Ҡырмыҫҡалы, Ҡыйғы, Салауат һәм Өфө райондарынан һоро торналар тураһында мәғлүмәт килде. Анализ үткәргәндән һуң, Башҡортостанға көҙ 2 655 торна төшкәне асыҡланды. 20 сентябрҙә Салауат менән Ҡыйғы райондары араһындағы Йүкәлекүл эргәһе торналарҙың иң күп йыйылған урыны тип билдәләнгән. Бында йәмғеһе 410 торна иҫәпләнгән", - ти Полина Полежанкина.

Ҡоштарҙы һаҡлау союзы билдәләүенсә, һуңғы йылдарҙа торналар һаны бермә-бер артҡан.

Фото Полина Полежанкинаның архивынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас