Экология
17 Октябрь 2022, 12:15

Был тәңгәлдә эштәр күп әле

Башҡортостанда бер мең самаһы законһыҙ сүплекте юҡ итергә кәрәк

Был тәңгәлдә эштәр күп әлеБыл тәңгәлдә эштәр күп әле
Был тәңгәлдә эштәр күп әле

Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов ҡаты-коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү реформаһы барышы тураһында доклад менән сығыш яһаны.

Министр белдереүенсә, 2021 йылда Башҡортостанда 1 121 мең тонна ҡалдыҡ барлыҡҡа килгән, был Волга буйы федераль округында икенсе һөҙөмтә, өҫтәүенә эшкәртеүгә йүнәлтелгән ҡалдыҡтар өлөшө дөйөм массаның 44 процентын тәшкил итә, был округ буйынса уртаса күрһәткестән алты процентҡа юғары. Әле 21 сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплексында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү бара. Сүп-сарҙы эшкәртеүгә лицензияһы булған ойошмаларҙың ҡеүәтен сағыштырып ҡарау һәм территориаль схеманан эшкәртеү булмаған объекттарҙы алып ташлау планлаштырыла.

Министрҙың әйтеүе буйынса, үҙендә сүп-сарҙы сорттарға айырыу комплекстарын, биокомпрессиялау участкаларын, RDF-яғыулыҡ етештереүҙе берләштергән ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы объекттарын булдырыу иң ҡулай ҡарар булып тора. Башҡортостанда икенсел сеймал, бигерәк тә макулатура, быяла, туҙған шиндар, пластик, шул иҫәптән ПЭТ-ҡалдыҡтар, металл һыныҡтары ҙур һорау менән файҙалана. Утилләштерелмәй торған сүп-сар фракциялары, полигондарға күмеүгә йүнәлтелә.

Шулай уҡ Нияз Фазылов әйтеүенсә, 17 октябргә ҡарата Башҡортостанда 998 законһыҙ сүплек ҡала. Алты муниципалитетта законһыҙ сүплектәр тулыһынса юҡ ителгән. Бынан алда, 2019-2021 йылдарҙа республикала – 1563, 2022 йылдың уҙған осоронда 673 законһыҙ сүплек юҡ ителгән. Бынан тыш, “Генераль йыйыштырыу” федераль проекты сиктәрендә экологик яҡтан айырыуса хәүефле объекттарҙы (законһыҙ сүплектәрҙе) бөтөрөү дауам итә. Мәҫәлән, 2024 йылға тиклем тирә-яҡ мөхиткә элек йыйылған зыяндың 29 объектын тикшереү планлаштырыла. 2022 йылда Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Көньяҡ-Урал төбәк-ара идаралығы ошо исемлеккә ингән 10 законһыҙ сүплекте тикшергән дә инде.

“Таҙа ил” төбәк проектын ғәмәлгә ашырыу барышында 2024 йылдың аҙағына тиклем Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән, Күмертау, Сибай һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары сигендә урынлашҡан алты законһыҙ сүплекте бөтөрөү ҡаралған. Улар буйынса проект-смета документацияһы әҙерләү 2019 йылда башланған. 2021 йылдың декабренән Баймаҡ сиктәрендә рөхсәтһеҙ сүплек юҡ ителә. Эштәрҙе 2023 йылдың октябрь аҙағына тиклем тамамлау күҙаллана.

Быйыл – Сибайҙа һәм Стәрлетамаҡта, 2023 йылда Дәүләкәндә, Благовещенда, Күмертауҙа сүплектәрҙе юҡ итә башлау күҙаллана. Бынан тыш, Өфө агломерацияһында, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса өс комплекслы объект, Бәләбәй, Мәләүез һәм Туймазы райондарында эшләп килгән эшкәртеү объекттарында компостлау участкаларын төҙөү планлаштырыла. Шулай уҡ Саҡмағош районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу участкаһын төҙөү планлаштырыла.

Фото: utv.ru

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас