

Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәргә төбәктә уҙғарылған “Йәшел Башҡортостан” акцияһы тураһында яҙма ҡуйҙы.
"Башҡортостандың 210 мең кешеһе йыл һайын уҙғарылып килгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһында ҡатнашты - мәктәп уҡыусылары, студенттар, ирекмәндәр, хеҙмәт коллективтары. Улар арҡаһында быйыл көҙ барлыҡ республика буйынса 76 меңдән ашыу ағас һәм ҡыуаҡтар ултыртылды, уларҙың 18 мең тирәһе – эре үҫентеләр. Беҙ тәүҙән үк ҙур ағастар ултыртырға ҡарар иткәйнек, сөнки улар тиҙерәк ерегеп китә.
Ҡала һәм райондарҙа 85 аллея барлыҡҡа килде. Уларҙың күптәре төрлө осорҙағы геройҙарыбыҙға арналған. Был – быуындар хәтере, вариҫтарыбыҙға батырлыҡ рухын тапшырыу ысулы.
Хәҙер үҫентеләрҙе тәрбиәләү һәм һаҡлау мөһим. Бергәләп Башҡортостанды матурыраҡ, күркәмерәк итәбеҙ.
Барығыҙға ла рәхмәт!" - тип яҙҙы Радий Хәбиров.
Фото: "Башинформ".