+21 °С
Болотло


Был видеояҙма Ҡурған өлкәһендә төшөрөлгән. 30-ға яҡын ҡоралайҙың әлегә асыҡланмаған сир менән ауырыуы билдәле булған.
Хайуандарҙың ауыҙҙарынан күперек, шайыҡ аға, улар түңәрәк яһап әйләнә, ҡолап та китә.
Ветеринарҙар сирле ҡоралайҙарҙан анализ алып, лабораторияға ебәргән. Әлегә аныҡ диагноз ҡуйылмаған.
“Типичный Курган” төркөмө тәҡдим иткән видеояҙма аҫтында “Был халыҡ телендә әйләнсек тип аталған сир” тигән комментарийҙар ҙа бар.
Сығанаҡ һәм видео: t.me һәм vk.com/kurgan
Фото: скриншот.