

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика халҡы менән тура бәйләнеше ваҡытында күтәрелгән темалар араһында сүп-сар реформаһына ҡағылышлыһы ла булды. Төбәк етәксеһе уны нисек баһалауы тураһында һөйләне.
– Әгәр объектив рәүештә ҡараһаҡ – бишкә түгел, тик икегә лә түгел, – тип баһаланы Радий Хәбиров ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар йыйыу һәм утилләштереү реформаһын тормошҡа ашырыуҙы. – Реформа бик кәрәкле, ләкин ауыр бара.
Проектты тормошҡа ашырыуҙың тәүге ике йылында республикала ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыуға Волга буйы федераль округындағы иң түбән тарифтар һаҡланды, тип иҫкә төшөрҙө ул.
– Инфраструктура яйға һалынмаған саҡта кешеләрҙән аҡса алырға хоҡуғыбыҙ юҡ, – тип иҫәпләй республика Башлығы. – Һәр ауылға контейнерҙар һатып алырға, майҙансыҡтар төҙөкләндерергә кәрәк ине. Төбәк операторҙарына техника менән ярҙам иттеләр. Өс төбәк операторына рәхмәтлемен, улар эшләй – кем бишлегә, кем өслөгә. Ләкин “Дюртюлимелиоводстрой” хөрт эшләй. Әле судтар бара, килешеүҙе өҙөргә кәрәк. Ошо төбәк операторы хеҙмәтләндергән зонала муниципалитет башлыҡтары әлегә ошо йөктө үҙаллы атҡарырға кәрәк. Һуңынан, реформа – ул сүп-сар йыйыу ғына түгел бит. Утилләштереү һәм эшкәртеү менән проблеманы хәл итергә кәрәк, сөнки полигондар сикһеҙ түгел. Бына Өфө өсөн яңыһын төҙөй башланыҡ, Яңы Черкастар тулы.
Фото: "Башинформ".