Экология
1 Ноябрь 2022, 06:55

География диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Республикабыҙ майҙансыҡтар һаны буйынса алдынғылыҡты яуланы.

География диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнаштыГеография диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
География диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты

Ошо көндәрҙә Башҡортостан халҡы Рус география йәмғиәтенең “География диктанты” халыҡ-ара акцияһында ҡатнашты. Быйыл республикала 910 майҙансыҡта география буйынса белемде тикшерҙеләр. Республикабыҙ бындай майҙансыҡтар һаны буйынса алдынғылыҡты яуланы. Икенсе урында – Краснодар крайы (807 майҙансыҡ), өсөнсөлә – Татарстан (471).

Диктант майҙансыҡтары юғары уҡыу йорттарында, училищеларҙа, мәктәптәрҙә, китапханаларҙа, музейҙарҙа ойошторолдо. Рус география йәмғиәте ағзалары – профессорҙар, уҡытыусылар, урындағы бүлексәләр һәм йәштәр клубтары рәйестәре, йәмғиәттең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе Советы ағзалары сараның почетлы ҡунаҡтары булды.

Өфөлә үҙәк майҙансыҡ М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында асылды. Унда диктантты ике урында яҙҙылар. Сарала ҡатнашҡандарҙы Рус география йәмғиәтенең төбәк бүлексәһе рәйесе, БДПУ ректоры Салауат Сәғитов сәләмләне.

– Диктанттың слоганы – “Тыуған яғым. Илем. Асыштарым”. Был һүҙҙәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ! Шуға күрә ошо сараға йылдан-йыл күберәк кешене йәлеп итергә тырышабыҙ, – тине ул. – Илебеҙгә, уның географияһына, тарихына, тәбиғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙың артыуына бик шатмын.

Быйылғы география диктанты дүрт вариантта тәҡдим ителде, һәр береһенә 40 һорау индерелгән, улары икегә бүленгән. Төп кимәлдең беренсе өлөшөндәге ун һорау географиялағы дөйөм танылған факттар нигеҙендә төҙөлгән. Диктанттың икенсе өлөшө образлы фекерләүгә, эрудицияға һәм логикаға ҡоролған 30 һорауҙан тора.

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында төп майҙансыҡтарҙың береһендә “Торатау” геопаркының ғилми хеҙмәткәре, геология-минералогия фәндәре кандидаты Фәниз Ардисламов алып барыусы булды.

– Алып барыусы ролендә тәүге тапҡыр сығыш яһаным. Тәжрибә ҡыҙыҡлы булды. Шул уҡ ваҡытта диктантты үҙеңә яҙыуы күпкә мауыҡтырғысыраҡ! – тине ул.

– Йыл һайын республикабыҙ География диктанты майҙансыҡтары һаны буйынса төбәктәр араһында алдынғылар иҫәбендә. Ә быйыл беҙ был исемлектә – беренсе. Башҡортостандан 30 меңдән ашыу кеше акцияла ҡатнашырға теләк белдерҙе, – тине Рус география йәмғиәте төбәк бүлексәһенең башҡарма директоры Юлиә Әбдрәхимова.

Һөҙөмтәләрҙе 30 ноябрҙән һуң акцияның dictant.rgo.ru сайтында шәхси идентификация коды буйынса белергә була. Бынан тыш, ошо уҡ ресурста диктантты онлайн яҙыу мөмкинлеге бар. Быйыл онлайн-тест 10 ноябргә тиклем дауам итә. Һөҙөмтәне һорауҙарға яуап биреп бөткәс тә белә алаһығыҙ. Әгәр белем кимәле ҡәнәғәтләндермәһә, тесты яңынан үтергә була.

Фото: rgo.ru

Сығанаҡ: rgo.ru

География диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
География диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
География диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
География диктантында 30 меңдән ашыу кеше ҡатнашты
Автор:Лилия Давлетбакова
Читайте нас