Экология
8 Ноябрь 2022, 06:00

Атайҙарынан бер тотам ҡалмайҙар

Ә ғаиләлә дошман самолетының торбаһынан эшләнгән ҡурай ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.

Атайҙарынан бер тотам ҡалмайҙарАтайҙарынан бер тотам ҡалмайҙар
Атайҙарынан бер тотам ҡалмайҙар

“Башҡортостан” милли паркы хеҙмәткәрҙәре араһында хеҙмәт династиялары бар. Мәҫәлән, солоҡсолоҡ менән ныҡлап шөғөлләнгән Гүзәл һәм Хәлил Хәкимовтарҙы миҫал итеп килтерәйек. Ғаилә башлығы солоҡ балын йыя. 2017 йылда солоҡсоларҙың халыҡ-ара конкурсында I урын яулағайны. Уның тормош иптәше Гүзәл Ырғыҙлы ауылы тирәләй экскурсиялар ойштора, туристарҙы ҡаршы ала.

Хәлилдең ике олатаһы ла Бөрйән районында билдәле солоҡсолар була. Икеһе лә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша. Еңеүгә тиклем тыуған илен яҡлайҙар.

Иҙрис олатай фронтта бәреп төшөрөлгән дошман самолеты двигателенең баҡыр торбаһынан ҡурай эшләгән. Ҡайтҡас, был музыка ҡоралын улы Маратҡа бүләк итә. Марат Солтанғолов оҙаҡ йылдар “Башҡортостан” милли паркында дәүләт инспекторы булып эшләй. Улы Азамат та егерме йылдан ашыу ошо паркта дәүләт инспекторы вазифаһын башҡара. Ул да үҙ эшен яратып башҡара. Уны шулай уҡ ҡурайсы, ҡурай эшләү оҫтаһы булараҡ һәйбәт беләләр. Иҙрис олатайҙың ҡурайы ҡәҙерле ҡомартҡы булып һаҡлана.

Хәлилдең атаһы Исхаҡ Хәкимов «Шүлгән-Таш» ҡурсаулығының тәүге хеҙмәткәрҙәренең береһе була, өлкән улы Дамир ҙа — ҡурсаулыҡтың именлеген һаҡлаусыларҙың береһе.

Хәлил Хәкимов өсөн ҡортсолоҡ – ул йәшәү рәүеше, нәҫелдән килгән кәсеп. Солоҡсолоҡ уның улдарын да ҡыҙыҡһындыра: Рәхим, Рәйеф һәм Рәил гел атаһының эргәһендәләр, боронғо кәсепкә өйрәнәләр. Ата-бабаларының эшен дауам итерҙәрме, юҡмы – уныһын юҡмы, ваҡыт күрһәтер.

Фотолар Хәкимовтарҙың ғаилә архивынан алынды.

Атайҙарынан бер тотам ҡалмайҙар
Атайҙарынан бер тотам ҡалмайҙар
Атайҙарынан бер тотам ҡалмайҙар
Атайҙарынан бер тотам ҡалмайҙар
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас