Экология
10 Ноябрь 2022, 07:00

Сир беҙҙең ҡоралайҙарға ла килеп еттеме?

Был видеолағы кейек күп тә тормай һәләк булған...

Сир беҙҙең ҡоралайҙарға ла килеп еттеме?Сир беҙҙең ҡоралайҙарға ла килеп еттеме?
Сир беҙҙең ҡоралайҙарға ла килеп еттеме?

Ошо көндәрҙә Баймаҡ районында, Сибай һунар хужалығында республиканың һунарсылар ассоциацияһы ағзаһы Алексей Пономаренко үҙен сәйер тотҡан ата ҡоралайҙы күреп ҡалған. Кейек унан ҡасырға ла маташмаған, урынында тик тороуон дауам иткән. Һунарсы фекере буйынса, ҡоралайҙың бындай ҡылығы уның нимә менәндер сирләүенә бәйле булыуы ихтимал. Ә ауыҙынан күбек килгән. Был турала “Башинформ” агентлығына республиканың Тәбиғәтте файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр иткәндәр.

Ҡоралайҙы видеоға төшөрөп алғандан һуң, уға нисек ярҙам итергә крәклеген асыҡлау өсөн урынға һунарсылар ассоциацияһы вәкиле, ветеринар һәм дәүләт һунар инспекторы йүнәлгән. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, улар был ҡоралайҙы үле килеш тапҡан. Тикшереү өсөн ҡанын алғандар.

Күптән түгел ҡоралайҙарға бәйле ошондай осраҡтар илдең Ҡурған өлкәһендә булғайны. Унда ауыҙынан күбек китеп байтаҡ ҡына йәнлек һәләк булды һәм был хәл менән прокуратурала ла ҡыҙыҡһынғандар. Башҡортостанда бындай осраҡ тәүге тапҡыр теркәлде. Тикшереү һөҙөмтәләре билдле булғас, тейешле һығымталар яһаласаҡ.

Фото: видеонан скрин-шот. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас