Экология
12 Ноябрь 2022, 10:00

Ығышма күле йәнә ҡороған

Ғалимдар был күренеште ҡоролоҡҡа бәйләй. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Ығышма күле йәнә ҡороғанЫғышма күле йәнә ҡороған
Ығышма күле йәнә ҡороған

Был турала "Шүлгәнташ мәмерйәһе" тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығынан хәбәр итәләр.

Былтыр күл сентябрь аҙағында тулыһынсы кибеп, бөтөн республика халҡын таң ҡалдырғайны. Аҡһаҡалдар иҫләүенсә, Ығышманың һыуы 1921 һәм 1975 йылғы ҡоролоҡта ла юҡҡа сыҡҡан. Быйыл иһә күл ниңә үҙенең ҡырыҫлығын күрһәтергә булғандыр - уныһы билдәһеҙ.

Шуныһы мәғлүм, бер-береһенә яҡын урынлашҡан Йылҡысыҡҡан, Олокүл — карст күлдәре, улар ҙур карст соҡорҙары булып тора. Барыһы ла Шүлгәнташ мәмерйәһе өҫтөндә урынлашҡан. Ғалимдар билдәләүенсә, һыуҙың китеүе яуым-төшөмдөң етешмәүе һәм ер аҫты һыуҙарының кәмеүенә бәйле.

Бөтә һыу аҫты шишмәләре һәм йылғалары Шүлгән ер аҫты йылғаһы менән ҡушыла һәм Шүлгәнташ мәмерйәһенә ингән ерҙә урынлашҡан Зәңгәр күл сығанағында ер өҫтөнә сыға. Быны Ығышманан һыу сыҡҡандан һуң Зәңгәр күлдә ташҡын барлыҡҡа килеүе аныҡ иҫбатлай. Мәмерйәгә ингән ерҙә ҡуйылған ҡорамалдар һыуҙың ҡапыл күтәрелеүен теркәгән.

Ә һеҙ күлдә һыу ниңә китеүен нисек аңлатаһығыҙ? Бәлки, был күренешкә бәйле легендалар барҙыр?

Фотолар “Бәйләнештә” социаль селтәрендәге “Наследие Башкортостана” төркөмөнән алынды.

Ығышма күле йәнә ҡороған
Ығышма күле йәнә ҡороған
Ығышма күле йәнә ҡороған
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас