Башҡортостандың баш ҡалаһында урынлашҡан лимонарийҙа уңыш йыя башлағандар. Уның директоры Фәриҙә Саҙиҡова билдәләүенсә, был емеш йыл да ошо мәлдә бешә башлай, ә быйыл өҫтәүенә мул уңышы менән ҡыуандырған.
– Беҙҙең лимондар экологик яҡтан таҙа. Уларҙы бары биологик ашламалар ҡулланып ҡына үҫтерәбеҙ. Шуға ҡайһы берҙәренең тышҡы ҡиәфәте бигүк матур булмауы ла ихтимал, әммә лимондарҙың файҙалы булыуына шик юҡ, – ти Фәриҙә Саҙиҡова.
Сит ил ҡунағы бешкән саҡта лимонарийҙа хуш еҫтәр аңҡып тора. Ошо илаһи мәлде барып күреү мөмкинлеге лә бар.
Фотолар: Лимонарийҙың сайтынан.