Бөтә яңылыҡтар
Экология
26 Ноябрь 2022, 13:00

Реформа үҙ һөҙөмтәһен бирә

2024 йылдың аҙағына тиклем Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалаларындағы тағы дүрт ҙур сүплек бөтөрөләсәк.

Реформа үҙ һөҙөмтәһен бирә
Реформа үҙ һөҙөмтәһен бирә

Бөгөн Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙә сүп-сар реформаһына ҡағылышлы пост яҙҙы.

“Өс йыл элек ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү темаһы республикала айырыуса киҫкен торҙо. Ул саҡта республика Башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса аҙна һайын барлыҡ муниципалитеттар менән ошо мәсьәләне хәл итеү буйынса кәңәшмәләр үткәрә башланым. Әле был эш системалы дауам итә. Ай һайын экологик характерҙағы мәсьәләләрҙе тикшерәбеҙ. Һөҙөмтәләр бар.

Киләһе йылда Сибайҙағы һәм Стәрлетамаҡтағы ике ҙур законһыҙ сүплекте бөтөрөүгә тотонабыҙ. Был маҡсаттарға федераль һәм республика бюджеттарынан 1,5 миллиард һумға яҡын аҡса йүнәлтеләсәк.

Был эштәрҙе үтәү тирә-яҡ мөхит торошоноң һәм халыҡтың йәшәү сифатының ярайһы уҡ яҡшырыуын тәьмин итәсәк.

Эштәр “Таҙа ил” федераль проекты сиктәрендә уҙғарыла. 2024 йылдың аҙағына тиклем Баймаҡ, Благовещен, Дәүләкән һәм Күмертау ҡалаларындағы тағы дүрт ҙур сүплек бөтөрөләсәк.

Шулай уҡ тармаҡты үҫтереү маҡсатында Башҡортостанда түбәндәгеләр планлаштырыла:

- Өфө агломерацияһында, Дүртөйлө һәм Краснокама райондарында ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса өс комплекслы объект төҙөү;

- Саҡмағош районында сүп-сарҙы сорттарға айырыу участкаһын төҙөү;

- Бәләбәй, Мәләүез һәм Туймазы райондарында эшләп килгән эшкәртеү объекттарында компостлау участкалары ойоштороу.

Үрҙә билдәләнгән проекттарҙы тормошҡа ашырыу ил Президенты Владимир Владимирович Путиндың субъекттар алдына милли проект маҡсаттары буйынса күмеүгә йүнәлтелгән ҡалдыҡтар өлөшөн ярайһы уҡ кәметергә мөмкинлек бирәсәк.

Фото А. Назаровтың сәхифәһенән.

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: