Экология
29 Ноябрь 2022, 12:30

Макулатура йыйып, ағастар ҡотҡарылған

Бөтә Рәсәйҙең "БумБатл" акцияһы барышында Башҡортостанда 16 тоннанан ашыу макулатура тапшырылған.

Макулатура йыйып, ағастар ҡотҡарылғанМакулатура йыйып, ағастар ҡотҡарылған
Макулатура йыйып, ағастар ҡотҡарылған

“Экология“ милли проекты сиктәрендә  15 сентябрҙән алып 15 ноябргә тиклем  барған Бөтә Рәсәй акцияһының өсөнсө миҙгелендә республикабыҙҙа 16,78 тонна икенсе сеймал - ҡағыҙ һәм ҡатырға  йыйылған. Былтыр төбәктә йәшәүселәр  7,6 тонна макулатура тапшырғайны.

 Башҡортостандың 17 ҡатнашыусыһы араһында Өфө дәүләт авиация -техник университеты уҡытыусылары һәм студенттары 4370 килограмм ҡағыҙ һәм ҡатырға йыйып иң яҡшы һөҙөмтә күрһәтте. Икенсе урында Ишембай ҡалаһының 12-се лицейы, улар 3 мең килограмдан ашыу ҡағыҙ йыйыуға өлгәшкән. Өсөнсө урынды Янғантау ауылы урта мәктәбе биләй, педагогтар һәм уҡыусылар тырышлығы менән 2318 килограмм макулатура тупланған.

 Макулатура йыйыуҙан тыш акцияла ҡатнашыусылар экологик сараларға ла йәлеп ителде. Башҡорт дәүләт аграр университетында экологик викторина ойошторолдо, Иглин ауылының 5-се мәктәбенең лагерында “Бөтә Рәсәй халыҡ фронты йәштәре” төбәк активистары 5-6 класс уҡыусылары өсөн эколекция уҙғарҙы. Унда балалар ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу мөһимлеге тураһында белде.

 Акцияның өсөнсө миҙгеле барышында 2,1 миллиондан ашыу кеше 63,3 мең тонна макулатура тапшырҙы. Шулай итеп акцияла ҡатнашыусылар ике ай ваҡыт эсендә 1,2 миллион тирәһе ағасты йәки 12 мең гектар урманды -ҡырҡыуҙан, 1,26 миллион тоннанан ашыу һыуҙы сарыф ителеүенән ҡотҡарҙы, 63,3 миллион  кВт электр энергияһын һаҡлап ҡалды,шулай уҡ  атмосфераға 104 мең тонна углекислоталы газдың сығарылыуына юл ҡуйылманы. Ғөмүмән өс йыл дауамында   БумБатл акцияһын уҙғарыу барышында 3,3 миллиондан ашыу кеше 66,4 мең тоннанан ашыу макулатура йыйып,  1,26 мең төп ағасты һаҡлап алып ҡалыуға өлгәште.

 

Макулатура йыйып, ағастар ҡотҡарылған
Макулатура йыйып, ағастар ҡотҡарылған
Макулатура йыйып, ағастар ҡотҡарылған
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас