Башҡортостандың Финанс министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, урман хужалығы өлкәһендәге сараларға федераль бюджеттан 2023 – 2025 йылдарға тапшырылған вәкәләттәрҙе тормошҡа ашырыуға субвенциялар рәүешендә 2,8 миллиард һум аҡса бүленә.
– 2022 йылда Башҡортостан Республикаһы бюджетына ошо маҡсатҡа 800 миллион һумдан ашыу аҡса биреү ҡаралған, шул иҫәптән йыл дауамында урманды тергеҙеү сараларына, шулай уҡ парһыҙ ебәк күбәләгенә ҡаршы көрәшкә өҫтәмә рәүештә 124 миллион һум бүленгән. Бынан тыш, урман янғындарын һүндереү техникаһы һәм ҡорамалдары һатып алыуға 26 миллион һум тапшырылған, – тине Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – финанс министры Лира Иғтисамова.
2023 – 2025 йылдарға бюджет проекттарында яҡынса 3,1 миллиард һум, шул иҫәптән “Экология” милли проекты буйынса “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк проектына 600 миллион һум бүлеү ҡаралған.
Фото: pravitelstvorb.ru/news/19623
Сығанаҡ: pravitelstvorb.ru/news/19623