Бөтә яңылыҡтар
Экология
8 Декабрь 2022, 17:00

Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын

Ҡурсаулыҡтар һәм тәбиғәт парктары уларға ҡышты сығырға ярҙам итә.

Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын
Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын

Ҡыш ҡар күп булғанда, һыуыҡтар башланғанда ҡырағай хайуандарға ауырға тура килә. Уларҙың йәшәйешен еңелләштереү маҡсатында республиканың Айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһы тарафынан "Аслы-Күл", "Ҡандра-Күл", "Ирәмәл", "Еҙем", "Мораҙым" һәм 17 зоологик ҡурсаулыҡтарында яҡынса 135 тонна мал аҙығы һәм тоҙ әҙерләнгән. Ҡыш был аҙыҡ мышы, ҡырағай ҡабандар, илек боландары, ҡоралай, шулай уҡ ҡуян һәм башҡа ҡырағай хайуандар һанын һаҡлап ҡалырға ярҙам итәсәк.

Дәүләт инспекторҙары туҡландырыу урындарын даими тулыландырып тора. Махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәләрендә барлығы 217 “ашхана” булдырылған.

Фото: Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы сайтынан.

Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын
Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын
Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын
Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын
Ҡышҡы һыуыҡта хайуандар асыҡмаһын
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: