Бөтә яңылыҡтар
Экология
9 Декабрь 2022, 09:15

Туристарҙы ҡабул итергә әҙерҙәр

Тәбиғәт парктары ла, шифаханалар ҙа, туроператорҙар ҙа ҡышҡы туристик сезонға әҙер

Туристарҙы ҡабул итергә әҙерҙәр
Туристарҙы ҡабул итергә әҙерҙәр

2022 йылдың ун айында республиканың тәбиғәт парктарына 204,4 мең кеше килгән. 2021 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда күрһәткес 47,6 процентҡа артҡан. Башҡортостан шифахана-курорт ойошмалары хеҙмәтен 200 меңдән ашыу кеше алған. Курорттарға ихтыяж буйынса республика Волга буйы федераль округы төбәктәре араһында лидер булып тора һәм Рәсәйҙә 5-се урынды биләй.

— 2022 йыл миҙгелен төбәктең туристик индустрияһы өсөн уңышлы тип һанарға мөмкин. 10 ай эсендә республикабыҙға 1,6 миллион турист килгән. Туризм өлкәһендә түләүле хеҙмәттәр 11,6 миллиард һум күләмендә күрһәтелгән. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда үҫеш 26,9 процент тәшкил иткән. Был күрһәткес буйынса республика хәҙер Волга буйы федераль округында 3-сө урынды биләй, — ти Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров.

Социаль, сара һәм туризмдың башҡа төрҙәрен үҫтереү, Башҡортостан халҡын һәм ҡунаҡтарын йәлеп итеүҙең яңы нөктәләрен, туристик инфраструктура булдырыу буйынса ҙур эш алып барыла.

Республиканың 14 тау саңғыһы курорты ял итеүҙең ҡышҡы миҙгелен асты. Уларҙың барыһы ла хәүефһеҙлек буйынса техник тикшереү үткән. Саңғысылар һәм сноубордсылар өсөн 57 трасса һалынған. Туроператорҙар ҙа ҡышын әүҙем туристик ағымға иҫәп тота.

фото Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан алынды.

Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: