0 °С
Болотло
Әлеге фотолар Башҡортостандың Бөрйән һәм Белорет райондарында төшөрөлгән. Ағиҙел йылғаһының өҫтө бына ошондай матур аҡ сәскәләр менән ҡапланған. Тәүге фотоны – Иҫке Собханғол ауылы янында Илсаф Фәйзуллин төшөргән. Артабанғы фотолар Белорет районынан.
Ғәҙәттә, боҙ өҫтөндәге бындай сәскәләр - Арктикала йыш күҙәтелгән тәбиғәт күренеше. Ҡарлы сәскәләр яңы боҙ өҫтөндә дымлы һауа тәьҫирендә, бәҫ кеүек, барлыҡҡа килә. Асылда улар – боҙ кристалдары.
Фото: Илсаф Фәйзуллин һәм “Өфө” төркөмөнән.