Бөтә яңылыҡтар
Экология
16 Декабрь 2022, 14:00

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй була?

Башҡортостандың гидрометеорология үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә...

Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй була?
Ял көндәрендә һауа торошо ниндәй була?

Республикала алдағы ял көндәре ҡарлы була, тип фаразлай Башҡортостандың гидрометеорология үҙәге синоптиктары. Бөгөн, 16 декабрҙә, урыны менән бер аҙ яуым-төшөм көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын. Һауа температураһы көндөҙ -7, -12 градус.

Иртәгә, 17 декабрҙә, ҡар, айырым райондарҙа боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, көньяҡтан талғын, урыны менән киҫкен. Төндә -8, -13, көнсығышта -18 градусҡаса һыуыта, көндөҙ -3, -8 градус булыуы көтөлә.

Йәкшәмбе, 18 декабрҙә, яуым-төшөм күбәйә. Көндөҙ епшек, урыны менән көслө ҡар яуыуы фаразлана. Айырым райондарҙа буран, боҙлауыҡ, сымдарға һәм ағастарға епшек ҡар һырый, юлдарҙа көрт. Һауа температураһы төндә -5, -10, көньяҡ-көнсығышта -15-кә тиклем, көндөҙ 0, -5 градус.

Көндәрҙең кинәт боҙолоуын иҫәпкә алып, оҙон юлға сығыусы водителдәргә һаҡ булырға кәңәш итәбеҙ, тиҙлек режимын арттырмағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

 

Автор: Карима Усманова
Читайте нас