Экология
8 Ғинуар 2023, 10:00

Тәбиғәтте һаҡлап, киләсәгебеҙҙе хәстәрләйбеҙ

Башҡортостанда тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендәге эштәр барланды.

Тәбиғәтте һаҡлап, киләсәгебеҙҙе хәстәрләйбеҙТәбиғәтте һаҡлап, киләсәгебеҙҙе хәстәрләйбеҙ
Тәбиғәтте һаҡлап, киләсәгебеҙҙе хәстәрләйбеҙ

Экология темаһына бәйле мәсьәләләр илдең күп төбәктәре өсөн өҫтөнлөклө урын биләй. Шул иҫәптән Башҡортостанда ла. Беҙҙә атмосфера һауаһын һаҡлауға, ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүгә, махсус һаҡлана торған тәбиғәт биләмәләре булдырыуға, “йәшел” проекттарҙы тормошҡа ашырыуға ҙур иғтибар бирелә. 

Башҡортостан –  иҡтисадтың төрлө  тармағының етештереү ҡеүәттәренә бай төбәк, улар экологияға ла көсөргәнеш бирә. Ошоноң менән бәйле республика предприятиелары тарафынан йыл һайын тирә-яҡ мөхитте һаҡлау буйынса саралар уҙғарыла. 2022 йылда хужалыҡ иткән субъекттар тарафынан 4,5 миллиардтан ашыу һумға етештереү ҡорамалдарын һәм технологияларын яңыртыуға йүнәтелгән саралар тормошҡа ашырылған.

Атмосфера һауаһы сифатын контролләү маҡсатында республикала мониторинг системаһы әүҙем үҫешә. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларына ике контроль станцияһы алынған, уларҙы төҙөүгә республика ҡаҙнаһынан 60 миллион һум аҡса бүленгән, файҙаланыуға тапшырыу 2023 йылға билдәләнгән. Учалы ҡалаһы һәм районында атмосфера бысраныуын контролләүсе яңы автоматлаштырылған станцияларға аккредитация үткәрелгән.

"Башҡортостан Башлығы халыҡтың йәшәү кимәлен, сифатын күтәреү, тотороҡло иҡтисад үҫешен тәьмин итеү, республикала уңайлы мөхит булдырыу йәһәтенән стратегик бурыстар ҡуйҙы. Власть органдары, ведомстволар, предприятиелар, төбәк халҡының дөйөм тырышлығы менән бөгөн Башҡортостан төрлө экологик рейтингтарҙа юғары позицияһын һаҡлап килә. Алда тәбиғәтте һаҡлау буйынса күләмле проекттар күп, уларҙы лайыҡлы, сифатлы итеп башҡарырға тейешбеҙ", - тине республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Нияз Фазылов.

Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау өлкәһендә республикалағы мөһим проекттарҙың береһе – рөхсәт ителмәгән өс меңдән ашыу сүплекте бөтөрөү. Муниципалитеттар тарафынан был йүнәлештә эш даими алып барыла. Рөхсәтһеҙ өйөлгән 2 361 сүплек бөтөрөлгән, тағы ла 878-ен юҡ итеү планлаштырыла.

“Экология” милли проектының “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау” федераль проектының маҡсатлы күрһәткестәре ҡаҙаныштарын да билдәләү мөһим. Ағымдағы йылда Благовещен ҡалаһында быуаны тергеҙеү буйынса эштәр тамамланасаҡ. Бынан тыш, 2024 йылға тиклем Дим йылғаһының 37 километр оҙонлоғондағы йырҙаһын таҙартыу планлаштырылған. Был эште башҡарыу ҡырҡ меңдән ашыу кешенең йәшәү шарттарын яҡшыртасаҡ.

Фото: "Башинформ".

Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас