Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Ғинуар 2023, 07:30

Аҡҡош "Петька"ның хәле яҡшы

Архангел районында туңған күлдә аҡҡош ҡышлауға ҡалған.

Аҡҡош "Петька"ның хәле яҡшы
Аҡҡош "Петька"ның хәле яҡшы

Архагел районы үҙәгендә термометр бағанаһы минус 38 градустан юғары күтәрелмәй. Ҡыш ҡырыҫ килеүгә ҡарамаҫтан, бында бер күлдә аҡҡош ҡышлауға ҡалған. Урындағы халыҡ уның яҙмышы өсөн борсола.

Күптән түгел телеграм-каналда күлдә йөҙгән һәм үҙен бик яҡшы тойған аҡҡошто төшөргән видеояҙма һалынды. Унан күренеүенсә, ауыл халҡы уға "Петька" тип исем дә ҡушҡан. Һәр хәлдә һыуыҡ көндә лә рәхәтләнеп йөҙгән аҡҡоштоң, ысынлап та, хәле шәп, кәйефе күтәренке күренә.

Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, ҡош йәшәү урынын йыш алмаштыра, һыу туңмаған урынға күсеп йөрөй. Ул һау-сәләмәт, тәбиғәтте һаҡлау ведомствоһы хеҙмәткәрҙәре даими ашатып тора.

Фото: видеонан скриншот.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас: