Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Ғинуар 2023, 16:45

Был мәсьәләләр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Ултырышта 2022 йылда тәбиғәттән файҙаланыуҙы һәм экологияны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

Был мәсьәләләр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә
Был мәсьәләләр һәр саҡ иғтибар үҙәгендә

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн Премьер-министр етәкселегендәге Хөкүмәт ултырышында 2022 йылда тәбиғәттән файҙаланыуҙы һәм экологияны үҫтереү мәсьәләләрен тикшерҙеләр.

Экология һәм тирә-яҡ мөхит торошо мәсьәләләре туранан-тура граждандарҙың йәшәү сифатына йоғонто яһай, тип билдәләне Премьер-министр Андрей Назаров. Бында ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең һөҙөмтәле системаһын төҙөү мөһим: йыйыу, сығарыу, утилләштереү, сорттарға айырыу, эшкәртеү.

2022 йылда был өлкәләге эш ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһын булдырыуға, һыу ресурстарын, атмосфера һауаһын бысратыуға, ер аҫты байлығын рациональ файҙаланыуға һәм урмандарҙы һаҡлауға бәйле киҫкен проблемаларҙы хәл итеүгә йүнәлтелгәйне.

– Өс йыл эсендә республикала 2300-ҙән ашыу законһыҙ сүплекте юҡ иттек, уларҙың 800-ҙән ашыуын – былтыр. Федераль үҙәк менән һәйбәт эшләнек. Законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөүгә тәүгә 2,1 миллиард һумдан ашыу аҡса йәлеп ителде, шул иҫәптән федераль бюджет иҫәбенә – 1,6 миллиард һум, – тине Андрей Назаров.

Тикшереләсәк мәсьәләләр буйынса ентекле мәғлүмәтте БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов уҡып ишеттерҙе.

– Бөгөнгә республиканың барлыҡ тораҡ пункттары сүп-сар сығарыу хеҙмәте менән солғап алынған, – тине ул. – 25,5 меңдән ашыу контейнер майҙансығы ҡулайлаштырылған. Былтыр республика ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн контейнерҙар һатып алыуға 168,7 миллион һум күләмендә федераль субсидия алды. Ул аҡсаға 11 мең 451 контейнер һатып алынған, был республика халҡының ҡалдыҡтарҙы айырым йыйыу өсөн ихтыяжының өстән бер өлөшөн тәьмин итә.

Шулай уҡ “Үҙенсәлекле һыу объекттарын һаҡлау” федераль проекты сиктәрендә ике һыу объекты таҙартыла. Бынан тыш, республика дөйөм таралған файҙалы ҡаҙылмалар төрҙәренең төрлөлөгө буйынса Волга буйы федераль округында алдынғы урынды биләй. Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу өлкәһендә даими контроль алып барыу өсөн республикала Ведомство-ара комиссия эшмәкәрлеге ойошторолған.

– 2022 йылда төбәктә урмандарҙы тергеҙеү буйынса эштәр 15 мең 700 гектар майҙанда башҡарылған, – тине Илшат Фәзрахманов, урмандарҙы тергеҙеү эше тураһында һөйләп. – Тергеҙелгән урмандар майҙанының 119,8 процентҡа артыуы тәьмин ителде, был план күрһәткестәренән юғарыраҡ.

Доклад йомғаҡтары буйынса Хөкүмәт етәксеһе бер нисә йөкләмә бирҙе.

– Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығына ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең өс перспективалы объектын булдырыу буйынса концессия килешеүҙәренә өлгәшергә һәм муниципаль берәмектәрҙәге бөтә законһыҙ сүплектәрҙе бөтөрөргә кәрәк. Урман хужалығы министрлығына 2023 йылда урмандарҙың юҡҡа сығыу һәм яңыртып етештереү балансын 97,7 процент кимәлендә еткереү буйынса саралар күрергә кәрәк, – тип йомғаҡ яһаны Андрей Назаров.

Фото һәм сығанаҡ: https://pravitelstvorb.ru/news/19914/

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас: