Экология
11 Ғинуар 2023, 01:45

Сатлама һыуыҡ, бер көрөшкә эҫе һыу һәм...

Был тәжрибәне ҡояш йәки киске фонарь яҡтылығында яһау айырыуса матур күренеш тыуҙыра. 

Сатлама һыуыҡ, бер көрөшкә эҫе һыу һәм...Сатлама һыуыҡ, бер көрөшкә эҫе һыу һәм...
Сатлама һыуыҡ, бер көрөшкә эҫе һыу һәм...

Сатлама һыуыҡтар, ҡышҡы селлә дауам итә. Һәр мәлдең матурлығын күрә белеүселәр һалҡын мәлдә ҡыҙыҡлы тәжрибә үткәреп, үҙенсәлекле фотолар һәм видеояҙмалар менән уртаҡлашыусылар бихисап. 

Һеҙ фотоларҙа һәм видеояҙмаларҙа күргән күренештең төп асылы Мпемба эффекты тип аталған төшөнсә менән аңлатыла. Эш шунда: ныҡ һыуыҡта эҫе һыу тамсылары һыуыҡ һыуға ҡарағанда тиҙерәк туңа һәм ваҡ ҡына ҡар, боҙ булып ергә төшә. Тәжрибә үткәреп ҡарау өсөн бер һауыт (көрөшкә, сүмес) ҡайнар һыу алып, тышҡа сығып, һибеү ҙә етә. Һөҙөмтә матур булһын өсөн һауа температураһының 20 градустан һыуығыраҡ булыуы шарт. Әлбиттә, һаҡлыҡ саралары тураһында ла оноторға ярамай. 

Әлеге фото һәм видеоларҙың авторҙары - Лилиә Гәрәева, Инзирә Назарова һәм Фәрзәт Ҡаһарманов. Комментарийҙарҙа яҙыуҙарынса, тәжрибәне ҡояш йәки киске фонарь яҡтылығында яһау айырыуса матур күренеш тыуҙыра икән. 

Фото һәм видео: Лилиә Гәрәева, Инзирә Назарова, Фәрзәт Ҡаһарманов.

telegram-store.com. 

Сатлама һыуыҡ, бер көрөшкә эҫе һыу һәм...
Сатлама һыуыҡ, бер көрөшкә эҫе һыу һәм...
Автор:Гөлдәр Яҡшығолова
Читайте нас