Бөтә яңылыҡтар
Экология
11 Ғинуар 2023, 14:30

Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж

Республикала айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны 970 мең гектар тәшкил итә.

Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж

Бөгөн Рәсәйҙә тәбиғәт ҡурсаулығы һәм милли парктар билдәләнә. Ошо айҡанлы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә үҙенең фекере менән уртаҡлашты һәм республика тәбиғәте менән һоҡланыуын йәшермәне.

“Башҡортостанда өс ҡурсаулыҡ («Башҡорт», «Көньяҡ Урал», «Шүлгәнташ») һәм бер милли парк — «Башҡортостан» бар. Федераль әһәмиәттәге был айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләренең дөйөм майҙаны яҡынса 400 мең гектар тәшкил итә, шулай уҡ биш тәбиғәт паркы — «Ирәмәл», «Мораҙым тарлауығы», «Ҡандракүл», «Асылыкүл» һәм «Еҙем», 27 дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы бар. Уларҙың майҙаны бөтәһе 570 мең гектарҙан ашыу.

Был биләмәләрҙең айырым статусы тәбиғәттең уникаль мөйөштәрен, һирәк осрай торған үҫемлектәрҙе һәм хайуандарҙы һаҡларға ярҙам итә. Әммә беҙ туристар тураһында онотмайбыҙ, улар өсөн шарттар тыуҙырырға тырышабыҙ — яңы туристик маршруттар, эко-һуҡмаҡтар һәм туҡталҡалар, кемпингтар эшләнә. Әүҙем ял итеүҙе яратыусыларға — тауға менеү, һыу һәм спелеотуризм йүнәлештәрен үҫтерәбеҙ. Һөҙөмтәлә был урындарға килеүселәр даими арта.

Мәҫәлән, 2022 йылда "Башҡортостан" милли паркына 125,7 мең кеше килгән (2021 йыл менән сағыштырғанда 10 меңгә күберәк), Ҡандракүл тәбиғәт паркына — 97 мең, Мораҙым тарлауығына — 47 мең кеше.

Барыһын да Башҡортостан буйлап сәйәхәткә саҡырам. Һәм — тәбиғәт тураһында хәстәрлек күрергә онотмағыҙ тип киҫәтәм!” – тип яҙа сәхифәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.

Фотолар Радий Хәбировтың социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһенән алынды.

Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Тәбиғәт һаҡлауға һәм ҡурсалауға мохтаж
Автор:Лилия Нуретдинова
Читайте нас: